-11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Химия – мауыҡтырғыс фән

Республика инженер лицей-интернатында уҡыусылар араһында химия буйынса Республика юниорҙар олимпиадаһы үтте.

Химия – мауыҡтырғыс фән
Химия – мауыҡтырғыс фән

Йыл һайын лицей-интернат Рәсәй Федерацияһының һәм юғары белем биреү министрлығы бойороғо менән раҫланған «Уҡыусылар олимпиадалары исемлегенә» ингән алты олимпиаданы үткәреү майҙансығына әйләнә. Бында Бөтә Себер асыҡ уҡыусылар олимпиадаһы, Мәскәү уҡыусылар олимпиадаһы, Санкт-Петербург уҡыусылар олимпиадаһы, Ҡазан уҡыусылар олимпиадаһы, Волга буйы федераль округының интеллектуаль олимпиадаһы, шулай уҡ күп «Йәш таланттар» ярышы үтә.

Шулай уҡ лицей базаһында дүрт олимпиада үткәрелә: математика буйынса «Матлет» республика олимпиадаһы, химия буйынса үҫмерҙәр республика олимпиадаһы, РИЛИ-ҙың төбәк-ара инженер полиолимпиадаһы, информатика буйынса республика олимпиадаһы. Был проекттарҙа республиканан һәм Рәсәй төбәктәренән 15 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Һынау һөҙөмтәләре буйынса белемен һәм һәләтен күрһәткән уҡыусылар лицейға саҡырыла.

– Бөгөнгө олимпиаданы күптән түгел грант яулаған Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы үткәрә. Шуға күрә беҙ балаларҙы шәп бүләктәр менән ҡыуандыра алабыҙ. Шулай уҡ ассоциация каникул ваҡытында уҡыу йыйылыштары үткәрә. Унда бөтә республиканан уҡыусылар йыйыла һәм олимпиадаларға әҙерлек менән шөғөлләнә, — ти инженер лицей-интернатының инновацион эштәр буйынса директор урынбаҫары Айнур Зиннур улы Әмирханов.

Химия буйынса республика үҫмерҙәр олимпиадаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы фонды ярҙамында үтә. Барыһы өс этап: мәктәп, муниципаль һәм республика. Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән: Ейәнсура һәм Өфө райондарынан, Сибайҙан, Стәрлетамаҡтан, Нефтекаманан 107 уҡыусы ҡатнашты.

Был уҡыусылар һайлап алыу этабын уңышлы үтеп, тейешле балл йыйған. Яҡшылар исеменә тәүҙә олимпиаданың практик турында көстәрен һынанылар, икенсе турҙа химия буйынса тәжрибәләр үткәрелде. Практик турға юғары һөҙөмтәләр күрһәткәндәрҙе генә индерҙеләр. 

Элек олимпиада VII – VIII синыфтар араһында ғына үткәрелгән, быйыл иһә V – VI синыф уҡыусылары ла ҡатнашты. Улар өсөн айырым эштәр һәм практик тур ҡаралған.

Олимпиадаға килгән VII синыф уҡыусыһы Динә Йосопова – Әбйәлил районының Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан.

– Беҙҙә әле химия дәресе юҡ, әммә уҡытыусым Нәғимә Исмәғил ҡыҙы Аҡылова менән айырым шөғөлләндек. Дәрестән тыш түңәрәк булһа, тағы ла шәп булыр ине, башҡалар ҙа теләп йөрөр ине. Беҙ синыфташым Әминә менән икәүләп өйрәндек һәм район этабында ҡатнаштыҡ.

Динә менән килгән Айсар Әхмәтшин - Красная Башкирия ҡасабаһының VIII синыф уҡыусыһы. Олимпиадаға ул да ентекле әҙерләнеп килгән.

VI синыф уҡыусылары Амира Сәлимова, Алан Фәйзуллин, Никита Максимов – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Амира һәм Алан – еңеүсе, ә Никита призёр исемен яуланы.

 – Төрлө химик элементтарҙы өйрәнеү ҡыҙыҡ, дәрестән һуң да рәхәтләнеп өйрәнәбеҙ. Беҙгә айырыуса тәжрибәләр эшләү нығыраҡ оҡшай, – ти улар.

– 5-6-сы синыфтарға ла химиянан ярыш үткәреү халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаның хыялы ине. Беҙ остазыбыҙҙың эшен дауам итәбеҙ, – ти республикала Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһына нигеҙ һалыусы һәм химия буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының баш тренеры, фән кандидаты, Башҡортостан атҡаҙанған уҡытыусыһы Айнур Мансур улы Ғүмәров.

Йәш химиктарға бындай ярыштар ҙур тәжрибәләргә юл асһын!

Химия – мауыҡтырғыс фән
Химия – мауыҡтырғыс фән
Химия – мауыҡтырғыс фән
Химия – мауыҡтырғыс фән
Химия – мауыҡтырғыс фән
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас