Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск ҡалаһында уҙған ярышта илдең 36 төбәгенән 500-гә яҡын йәш спортсы ҡатнашҡан. Бөтә Рәсәй Грэпплинг федерацияһының баш судъяһы Алексей Тихоглазов белдереүенсә, Рәсәй беренселегенә һәр төбәк иң шәп көрәшселәрен ебәргән. Сөнки был сара Европа беренселегенә һайлап алыу туры ла булып тора.
"Ҡыпсаҡ" ҡыҙҙарының Рәсәй буйынса иң көслөләр рәтенә инеүе — республикабыҙ өсөн ҙур ғорурлыҡ. Регина тағы көмөш миҙалға ла лайыҡ булған, ә Илһөйәр Сәйфетдинова бронза яулаған. Диана менән Регина Рәсәй йыйылма составына ингән.
"Ҡыҙҙарҙың еңеүенә тос өлөш индергәндәрҙең барыһын да: тренерҙары Нур Усмановты, уның ярҙамсыһы Ринат Сәйфетдиновты, команданың һәм клубтың төп бағыусыһы Руслан Яманғоловты, ата-әсәләрҙе ҡотлайбыҙ," — тип яҙҙы Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ҡотлауға ҡушылабыҙ! Ҡыҙҙарға Европа беренселегендә лә уңыштар теләйбеҙ.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.