Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы айҡанлы «Урал батыр» майҙансығы «Смарт» 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында үҙ эшен башланы. Ул «Тыуған илгә һөйөү туған телде яратыуҙан башлана» девизы аҫтында үтә.