Мин гүзәл тәбиғәтле Ишембай районының Иҫке Һәйет ауылында тыуғанмын. Хәҙер ҡалалағы интернат-лицейҙа VII «И» синыфында уҡыйым. Спортты яратам, уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнашам.
Рәсәй, Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, шағирә, уҡытыусым Зөһрә Үтәғолова етәкләгән «Йәш хәбәрсе» түңәрәгендә ихлас шөғөлләнәм. «Йәншишмә» гәзитендә мәҡәләләрем, шиғырҙарым баҫылып тора.
Бына әле яңыраҡ ҙур ҡыуаныс кисерҙем. Миңә яратҡан гәзитемдең «Йәш хәбәрсе» танытмаһын тапшырҙылар. Был көндө минән дә бәхетле кеше булмағандыр!
Илһам ҡанаттары ҡуйған Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙына, «Йәншишмә» редакцияһына рәхмәт әйтке килә. Йәш хәбәрсе исемен алыу миңә дәрт һәм яуаплылыҡ өҫтәй. Һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡлармын.
Әлфинур ВӘХИТОВА, йәш хәбәрсе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ленин исемендәге 2-се интернат-лицей.