-11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Яҡтылыҡ менән дә уйнап була

Уйындарҙы уйлап табыусы Константин Первенов II «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй фестивалендә «Яҡтылыҡ менән һүрәт төшөрөргә» авторҙар йыйылмаларын тәҡдим итте.

Яҡтылыҡ менән дә уйнап була
Яҡтылыҡ менән дә уйнап була

Константин Первенов: «Әйҙә. уйнарға» фестивале уйын индустрияһы өсөн мөһим инструмент», тип билдәләне.

Уйындарҙы уйлап табыусы Константин Первенов II Бөтә Рәсәй фестивалендә «Яҡтылыҡ менән һүрәт төшөрөргә» авторҙар йыйылмаларын тәҡдим итте.

 Бала сағында роботтар, конструкторҙар менән уйнарға, үҙ ҡулдары менән төрлө уйынсыҡтар эшләргә ярата. Хатта дизайнерлыҡҡа ла өйрәнә. Бындай уйынды уйлап тапҡас, мин үҙ тормошома тағы ла күберәк ижад өҫтәнем, — тип таныны Константин.  Яҡтылыҡ менән һүрәт төшөрөү үҙе бер мөғжизә, һәм һәр бала бындай һәләткә эйә була ала. Беҙҙең уйындар фантазияны һәм ижади фекерләүҙе үҫтерергә ярҙам итә, тине ул.

Журналистар менән әңгәмәлә Первенов ижади уйындарҙың потенциаль ҡулланыусылары бындай уйынсыҡтар тураһында аҙ мәғлүмәтле булыуын билдәләне. «Әйҙә, уйнарға» фестивале ошо проблеманы хәл итергә тейеш.

— Форум бик ҙур, глобаль. Һәр ҡалала ла бындай күләмдәге саралар үткәрелмәй, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты уйлап табыусы. — Хәҙер бындай фестивалдәр уйынсыҡтар етештереүселәр, уларҙың продукцияһын танытыу өсөн бик мөһим. Беҙҙең янға күп кеше килә. Улар: «Һеҙ бик шәп, һеҙ бик шәп!», тип һоҡланыуҙарын белдерә, ә ҡайһы берҙәрен быларҙың барыһы ла беҙҙең Рәсәйҙә етештерелеүе ғәжәпләндерә.

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас