

Нәзир Мырҙабай улы ҠОЛБАХТИН. 1941 йылдың 16 декабрендә Ҡырмыҫҡалы районының Шәрипҡол ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда ярты йәшлек була.
"Инәйем мине табырға тип район больницаһына барған. Өфөлә медучилищела һуңғы курста уҡып йөрөгән Мәғәфиә исемле һеңлеһе шунда практика үткән. Көн дә инеп, апаһының хәлен белеп йөрөгән. Бер көндө инһә, карауаты буш, ти.
– Ҡайҙа апайым? – тип һораған шунда ятҡандарҙан.
– Үлде, – тигән улар.
Йүгереп моргка төшөп киткән апайым. Барып инһә, мин тыуып ятам, ти. Бала таба алмайынса һуштан яҙған инәйемде үлгән тип моргка һалғандар.
Аҙаҡ больницанан ауылға алып ҡайтырға тип үҫмер малай үгеҙ егеп килгән. Биш саҡрым тирәһе үткәс, мине өшөткәндәр, кире больницаға алып киткәндәр. Моргта ятыуҙың эҙемтәһе булғандыр инде, инәйемде лә республика больницаһына алып киткәндәр. Унда алты ай ятҡан. Мине инәйҙең ағаһы Мөхәмәтғәли бабайҙар алып ҡараған. Уларҙың да бер йәшлек кенә балалары булған.
Сирләшкә генә инем. Урамға сығып бик йөрөй алманым. Тәҙрәнән ҡарап ҡына ултырҙым. Шуға уҡырға иртә өйрәндем. Биш йәштә уҡый-яҙа белдем. Яҙышҡы килә, ҡағыҙ юҡ. Апайымдың дәфтәренең киптергесен урлап алып яҙа инем.
Атайымдың ҡулы ғәрип булһа ла, хеҙмәт армияһына алғандар. Ул киткәндә мин тыумағанмын әле. Атай Пермь өлкәһендә урман киҫкән. Инәй биш бала, ҡәйнә менән тороп ҡалған. Ул бик уңған булған. Зөлфиә исемле күршеһе менән көнөнә 500 көлтә бәйләп, республикала еңеү яулағандар. Шуғамы икән, “Бәрей ҡалтырсаһы” тигән ҡушамат таҡҡандар. Бер ваҡытта ла буш ултырманы инәйем. Кеше менән һөйләшкәндә лә ҡулында бәйләме булды. Колхоз эшендә ударница ине. Ураҡ урырға ла, һарыҡ йөнөн алырға ла йөрөттөләр.
Инәй беҙҙе асыҡтырманы. Ырҙыныбыҙ илле сутый ине. Бөтәбеҙ ҙә сығып бәрәңге ултыртабыҙ. Ҡаҙғанда ла күмәкләшеп эшләйбеҙ. Һыйырыбыҙ булды. Ҡаҡы йә еләк йыйып алып ҡайтһаҡ, инәй сынаяҡҡа ҡатыҡ һалып бирә лә ҡаймаҡ ҡушып ебәрә, еләккә ҡаҡыны ҡушып ашайбыҙ. Ҙур ашлау табағы бар ине, инәй шуға һалып ултырта ла беҙ етәүебеҙ ҙә шунан ашайбыҙ. Бәрәңгенән кәлйемә, таба күмәсе бешерә, эремсектән бәрәмәс тә яһай, ҡамырҙы әсетеп ҡоймаҡ бешерә. Беҙ ҡурмас ҡыҙҙырабыҙ. Бәрәңгене юнып, тимер мейескә йәбештереп бешерәбеҙ. Инәйем, Рабиға, шулай биш баланы ла, ҡәйнәһен дә һуғыш ваҡытында асыҡтырмаҫҡа тырышты. Беҙ ҙә үҙебеҙсә ҡосаҡ-ҡосаҡ ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ йыйып алып ҡайта инек. Улар тамаҡ туҡлығы булды. Кәртә буйында үҫкән бесәй күмәсе тигән үләндең орлоғон да ашаныҡ.
Нәнәйемдең исеме Бәҙеғолямал ине. Халыҡ уны Бәзекәй ҡарсыҡ тип йөрөттө. Дауалау көсөнә эйә булған. Бәпәйгә ҡала алмағандар йәки бәпәйләй алмаған ҡатындарға, доғаларын уҡып, ҡулын һалһа, шифалары тейер булған. Тик нишләптер ул да, атайым да мине яратманылар. Нәнәйем күберәк көнө буйы һикелә, мамыҡ түшәктә ятты. Ҡайһы саҡта Бишауыл-Уңғарҙағы әхирәтенә барып килә ине. Нәнәй булып бер тапҡыр ҙа яратып арҡамдан ҡаҡҡанын, башымдан һыйпағанын хәтерләмәйем. Тал сыбығы менән һыҙырып ала ла арт яҡты ҡайыҙлай торғайны. Минән өс йәшкә ҙур Нәүфиләгә теймәй. Бармаҡ араһынан ғына ҡарап ята ла ишектең келәһен элеп (минең буй бәләкәй, аса алмайым), мейес тирәләй йөрөтөп “тәрбиәләй”.
Уның ҡарауы, инәйем яғынан Ынйыбикә өләсәйем яратты. Һуҡыр ине. Беҙгә килһә, алдына ултыртып ярата торғайны. Үҙе – ҡурайсы, һеңлеһе йырсы булды. Байрамдарҙа береһе ҡурай уйнаһа, икенсеһе йырлай ине.
Һуғыш ваҡытында ун ике йәшлек Зөбәржәт апайым һигеҙ саҡрым йәйәү йөрөп почта ташыны. туғыҙ йәшлек Ғайсар ағайым үгеҙ менән ер тырматты. Алты йәшлек Мәккәрә апайым өс йәшлек Нәүфилә менән мине ҡараны.
Башаҡ урлаған өсөн ауылдан өс кешене төрмәгә ултыртҡандар. Шулай ҙа кешеләр төрлөсә әмәлен тапҡан. Инәйемдәр ураҡ урғанда алты йәшлек Мәккәрә апайым көлтә эсенә инеп ултырып башаҡ урған. Ҡул тиреләре һыҙырылып бөтә ине. Ғайсар ағайым ҡараңғы төшкәс яланға барып, ниндәй көлтә эсендә икәнен табып, алып ҡайта ла нигеҙ буйына йәшереп ҡуя.
Урманға утынға барғанда ла Ғайсар ағайым, ҡамыт яһап, этте егеп ала ине. Утынын санаға тейәй ҙә Бабикты ҡайтарып ебәрә. Өйҙәгеләр, тәҙрәнән ҡарап, уны көтөп торалар ҙа һарайға индерәләр. Шунан өс саҡрым араны атлап, балтаһын тотоп ағайым ҡайтып инә. Бахыр, шул аҡыллы этебеҙҙе бүреләр алып китте.
Миңә 5 йәш тирәһе булғандыр. Ғайсар ағайым бестарный йәшникле арба менән картуф ташыны ла, үгеҙҙе дворға алып барып кил, тип йомош ҡушты. Беҙҙең ауыл ситендә генә йылға бар. Үгеҙ яр буйлап төштө лә китте. Арба һыуға түңкәрелде, мин уның аҫтында ҡалдым. Шыйыҡ батҡаҡ эсендә ятам. Бәрәңге һаҡлай торған землянканан ике-өс апай ҡайтып килгән. Улар мине тартып сығарабыҙ тип аяҡтан һөйрәп маташалар. Ағайым тәҙрәнән ҡарап торған да йүгереп килеп тәртәне алып, арбаны ҡайырып мине сығарҙы. Ҡамыт бауын, ыңғырсаҡты бысағы менән киҫеп, үгеҙҙе торғоҙҙо. Ул арҡаһы менән ята ине. Ат тәгәрәп тора, ә һыйыр малы арҡала ятһа тора алмай икән. Беҙгә ике туған Сәрбиямал апай ауыл ситендә тора ине, шунда индереп, ағас ялғашта йыуындырып, кейемде киптереп өйгә алып ҡайттылар.
Бәләкәй малайҙың ҡыҙыҡтары ла, ҡыҙғаныс мәлдәр ҙә күп булды инде. Мәктәпкә барғас, ике класты бергә уҡыттылар. Беренсе класс менән өсөнсөһө – төшкә тиклем. Икенсе менән дүртенсе – төштән һуң. Латипов ағай уҡыта ине. Беҙҙең менән бергә һуғыш ваҡытында уҡый алмаған ҙур малайҙар ҙа йөрөй. Тегеләр белмәгәнде мин әйтеп ултырам. Харис тигән малай таҡта янында тора. Латипов ағай миңә ҡарап: “Йә, Нәзир, Харистың танауына һуҡ әле”, – тине. Таҡта янына сыҡтым да быға нисек һуғайым икән, тип ҡарап торам. Сөнки ул оҙон буйлы, мин бәләкәй. Шунан һикереп тороп һуғып ебәргәйнем, танауына тейҙе лә ҡанап китте. Шунан ул илап ҡайтып китте. Мәктәпкә әсәһе килеп етте. Уҡытыусы мине тәҙрә аша сығарып ебәрҙе. Өйгә ҡайттым да инәйемә һөйләнем. “Әлепбикә апай килһә, өйгә индермә, атыу ул мине туҡмай”, – тинем. Уҡытыусының әйткәнен дөрөҫ аңламайынса шундай хәлдәргә лә тарыным мин.
Инәйем аҡыллы ине, кеше алдында беҙгә бер нәмә лә әйтмәне, аҙаҡ әйтә торғайны.
Өҫкә кейергә йүнле кейем булманы. Тубыҡҡа етәрәк оҙон аҡ күлдәктә йөрөнөм. Төбө юҡ салбар кейгәнем хәтерҙә. Хатта һуғыш бөткәс тә, 1949 йылда 1 майҙа концерт ҡуйғанда сәхнәгә яланаяҡ сыҡтым. “Шайморатов генерал”ды йырланым. Һуғыштан ҡайтҡан ағайҙар илап ултырҙы. Аҙаҡ Мәккәрә апайым: “Аяғыңды йыуып та сыҡмағанһың”, – тип әрләне. Аяҡ күн итек һымаҡ ҡатҡайны.
Ауылда биш – алты өйгә бер мунса. Әбдрәхим бабайҙарҙыҡына сиратҡа торғанбыҙ. Кесаҙна көн беҙҙеке ине.
Һуғыш бөткәс, атай ҙа ҡайтты".