+23 °С
Облачно
VKOKTelegram

"Бишенсе синыфта яралыларҙы нисек яу яланынан алып сығырға өйрәтә башланылар"

Гәзитебеҙҙең ветераны, шағирә, журналист, публицист Зөһрә Ҡотлогилдинаның Бөйөк Ватан һуғышына арнап сығарған серияһындағы "Беҙ - һуғыш балалары" тип аталған дүртенсе китабынан иҫтәлектәр тәҡдим итәбеҙ.

"Бишенсе синыфта яралыларҙы нисек яу яланынан алып сығырға өйрәтә башланылар""Бишенсе синыфта яралыларҙы нисек яу яланынан алып сығырға өйрәтә башланылар"
"Бишенсе синыфта яралыларҙы нисек яу яланынан алып сығырға өйрәтә башланылар"

Сәүиә Ғимаҙелислам ҡыҙы Сираева. 1934 йылдың 5 ғинуарында Нуриман районының Иҫке Исай ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 7 йәш була.

 

"Нурислам ағайымды армиянан ҡаршы алдыҡ. Матурлығы! Аяғын ҡосаҡлап, шинеленә уралып йөрөнөм. Ул мине күрмәй. Армияға хәтле өйләнеп киткәйне, бер ҡыҙы бар ине.

Бер мәл халыҡты сходҡа йыя башланылар. Бесәндәге кешеләр ҡайтты. Күңелһеҙҙәр. Идара ҡырында йыйылғандар. Райондан да килгәндәр. Һуғыш башланғанын шунда белдек.

Яңы армиянан ҡайтҡан ағайымды өс көнлөк аҙыҡ менән военкоматҡа алып киттеләр. Шунан ҡайтманы. Янғын һүндереү начальнигы булып Нуриманда эшләгән Шәрәфлислам ағайымды ла бергә алып киткәндәр. Хәйрислам ағайымды Өфөнән алғандар. Уларҙы оҙата алманыҡ.

Өйҙә ҡалған Наил ағайымды ФЗО-ға шахтаға, Кемеровоға ебәрҙеләр. Һуғыш бөткәнсе шунда эшләне. Өйҙә ун йәшлек Рәшит ағайым менән ҡалдыҡ.

Бәҙрикамал апайым Иҫерек ауылында йәшәй ине. Еҙнәм Мифтахетдин менән дүрт балалары булған. Еҙнәмде лә һуғышҡа алғандар. Ул китәс, бишенсе балаһы тыуған. Еҙнә хәбәрһеҙ юғалды.

Исайҙа йәшәгән Зәлиә апайымдың ире Зәйдулла еҙнәне Шәрәфлислам ағайымдан бер аҙнанан һуң алып киткәндәр. Ике балаһы булып, өсөнсөгә бәпәй көтәләр ине. 1943 йылда ныҡ сирләп, ҡан ҡоҫоп ҡайтты, өйҙә үлде.

Фәтхи апайым Өфөлә йәшәне. Гөльямал әсәйем менән атайымдың өс балаһы үлгән. Мин етенсеһе инем.

Атайым һуғышҡа тиклем күрше Ишморат ауылында урмансылыҡта эшләгән. Аҡса алған. Мин тыуғас хөкүмәт ике мең аҡса биргән. Шул аҡсаға Ленинградҡа барып йөрөп ҡайтҡан. Бик затлы кейемдәр, ике юрған, ҡытай сервиздары алып ҡайтҡан. Юрғанды элеп ҡуйһалар, мин төшөрәм дә ятам икән.

Һуғыш башланғас, бөтә ағайҙар фронтҡа китте. Беҙҙең урамға атайыбыҙ бер бабай булып тороп ҡалды.

Тәүге ике йылда булған запас менән йәшәһәк, 1943 йылда асыға башланыҡ. Ҡар ирегән ерҙән Рәшит ағайым менән колхоз баҫыуынан көйәнтәләп серек бәрәңге алып ҡайтабыҙ. Бер беҙ генә түгел, бөтә ауыл халҡы йөрөй. Әсәй уны йыуып, әрсеп, кәлйемә бешерә. Ул һаҫыҡ була. Бөтә кеше шуны ашағас, еҫе тотош ауылға тарала. Шул кәлйемәне һалып мәктәпкә китәбеҙ.

Һыйырыбыҙ булды. Уның һөтөн һауып алғанды көтөп кенә йөрөйҙәр. Әсәй үҙебеҙгә бер банка һөт алып ҡала ла ҡалғанын урамда йыйып йөрөгән кешеләргә биреп ебәрә. Ит түләмәгәнһегеҙ, тип бер апай килә лә һорай, килә лә һорай. Тауыҡтың йомортҡаһын ашаған да юҡ, уны ла йыялар. “Сталиндан ҡасып һалған тауығым йомортҡаһы” тип шаярып әйткән ҡатындың һүҙҙәрен кемдер еткергән. Райондан килеп алып киттеләр ҙә өшкөрөп ҡайтарғандар.

Молотилканы әйләндереүҙә көндөҙ апайҙар эшләһә, төндә мәктәп балаларын саҡыралар.

Бер стакандай арышмы, бойҙаймы кеҫәһенә һалып алып ҡайтҡан апайҙы районға алып китеп, нисәлер көн ҡундырып ҡайтарҙылар. Өй тулы бала. Атайҙары һуғышта. Фәҡир йәшәйҙәр ине.

Американан ярҙам тип посылка килде, уны етемдәргә таратып бирҙеләр. Беренсе кластан гел концерт ҡуйып йөрөнөк. Өҫтә бер кейем юҡ. Әсәйемдең бик матур яулығы бар ине, шунан миңә кофта тегеп бирҙе. Бесәнгә кейеп барғанда Йәүгет Ситдиҡов тигән малай тырма менән шаярып аҡтарып төшөрҙө. Иланым. Ул минең өсөн трагедия булды.

Бөтә ауыл халҡы фонтҡа ярҙам ебәрҙе. Беҙ ҙә, мәктәп балалары, өйҙәге сепрәк-сапраҡтан әсәйҙәр тегеп биргән тоҡсайға киптерелгән бәрәңгене һалып алып барабыҙ. Эсенә хаттар яҙып һалабыҙ. Бәлки, абзыйымдарҙа эләгер, тип уйлайым.

Атайым фронтҡа тип тәмәке сәсте. Уны көлтә кеүек киптерә, балта менән турай, иләй, шунан кисетҡа тултыра. Бер мәл материал бөттө кисет эшләргә. Ағайымдарҙың галстугынан тегеп алдыҡ.

Атайым һуғышҡа тиклем Ленинградтан алып ҡайтҡан юрғандарын игенле яҡҡа барып һатып, йә сүпле-саплы бойҙайға, һолоға, ҡарабойҙайға алмаштыып алып ҡайтты. Әсәй һолоно ҡаҙан тултырып ҡайната, кеҫәл яһай.

Яҙ балтырғанды ҡапсыҡлап йыябыҙ. Кесерткән дә, алабута ла төп ризығыбыҙ булды.

Атайым скрипкала уйнай ине. Мунса төшөп, аҡ күлдәген, ҡара түбәтәйен кейеп скрипкаһында уйнай. Моңо бөтә ауылға тарала. Шуны тыңлап мин әллә ҡайҙарға китерҙәй булам. Шахта көйөн уйнағанда Наил ағайыбыҙҙы иҫкә төшөрә инек. Ул һуғыш бөткәс кенә ҡайтты: “Ун алтышар сәғәт эшләйбеҙ, икмәк паек менән генә, ә араҡы күпме теләйһең, шунса ал”, – тип һөйләне. Шахтанан эсергә әүәҫләнеп ҡайтты. Бик булдыҡлы ине үҙе, бөтә эшкә лә уңған булды. Тимерлектә лә эшләне. Кешеләр уға төрлө йомош менән килә ине.

Өфөләге Фәтхи апайым беҙгә тоҙ, шырпы, балауыҙ, кәрәсин ебәрә. Ҡыуыҡлы шәмде ҡунаҡ килгәндә генә яндырабыҙ. Мин һуҡыр лампа яҡтыһында уҡыйым. Керҙе лә, башты ла, тәнде лә һелте менән йыуҙыҡ.

Һуғышҡа тиклем күпкә элек атайымдың бер туған ағаһы үлгәс, уның өс улын үҙенә алып ҡарап үҫтерә. Улар ҙа һуғышҡа китә. Иҙиәт абзый контузия алып ҡайта, ишетмәй. Ниғмәтулла абзый әсирлеккә эләгә, Германияла хеҙмәтсе итеп тотҡандар. Һуғыштан һуң бер нисә йыл үткәс кенә ҡайтты.

Һуғыш бөтәрәк Нурислам абзыйым һуғыштан дүрт посылка ебәрҙе. Атайыма – костюм, миңә матур кофта менән итәктәр. (Өфөгә театр училищеһына уҡырға барғанда шулар менән мин ҡурсаҡ кеүек кейенеп барғайным). Ауылда бүтән кешеләр ҙә посылка алды.

Берәй кеше фронттан ҡайтһа, бөтә ауыл халҡы йыйыла, инәйем менән мин дә барам шул өйгә. Халыҡ илап ултырманы, еңеүгә ышанды, Сталинға мөкиббән ине.

Эвакуация менән килгәндәрҙе үлгән кешеләрҙең өйҙәренә индерҙеләр. Халыҡ үҙҙәренән арттырып, уларға һөт, йомортҡа бирҙе. Мин почтала эшләгән Тамара апайға һөт алып бара инем. Өфөләге апайым ике алма ебәрһә, шуның береһен уға биреп ебәрә торғайны. Почта килһә, “письмо” тип артынан йүгерәм, ағайымдарҙан килгән хаттарҙы уҡыйым. Яуап хатын атай әйтеп тора, мин яҙам. Үҙҙәре уҡый яҙа белмәне. Күршеләр ҙә яҙҙыра. Кешеләр яңылыҡ белер өсөн клубҡа йыйыла, радио булмағас, бөтә хәбәр шунда.

Бер ваҡыт атайым ауырып китте. Ашатырға юҡ. Беҙгә туған тейешле Мөсәғит абзый Минһажев һуғыштан ҡайтып, колхоз рәйесе булып эшләй ине. Атайыма ашатырға берәй нәмә бирмәҫме икән, тип һорарға барыр өсөн ике көн артынан эйәреп йөрөнөм. Правлениеға хәтлем барам, әйләнеп ҡараһа, мин туҡтайым. Ул да, нимә кәрәк, тип һораманы, мин дә һорай алманым. Әсәйем үләндәр, һоло кеҫәле эсереп терелтеп алды. Аҡ тоҡсайҙа Өфөнән апайым ебәргән манныйҙы көрөшкәгә һалып ҡына атайыма тип бешерә ине.

Атай һунарсы булды. Төлкө, бүре, ҡуян тотто. Тиреһен тапшырып, он алып ҡайта ине. Уны әсәйем ашҡа һибеп кенә ебәрә торғайны.

Бала сағымдағы бер ваҡиға ғүмерем буйына онотолманы. Утауҙанмы, бесәндәнме ҡайтып киләбеҙ. Ауыл осонда мунса кеүек бәләкәй генә бер йорт булды. Утын өҫтөнә йүргәктәге баланы һалып ҡуйғандар. Көн эҫе, ҡояш ҡыҙҙыра. Бала илай. Бешкән. Апайҙарҙың береһе көнө буйы эштә йөрөп, шешәләге әсегән һөтөн эсерҙе, бахыр бала йотлоғоп, тығылып эсте. Әсәһе өй эсендә. Баланы үлергә һалып ҡуйғандыр инде. Улар ҡайҙандыр күсеп килгән кешеләр ине. Ире һуғышҡа киткән. Күрәһең, үҙенә лә ашарына булмағандыр. Ни кешеләрҙән ярҙам һорамаған, ни балаһын хөкүмәткә тапшырмаған. Етемдәрҙе бит балалар йортона алып киттеләр. Әсәйгә, баланы алып ҡайтайыҡ, тим, илайым. Шул баланың тауышы ғүмер буйына яңғырап торғандай. Бала сағыма ҡайтҡым килмәй. Кешеләрҙең ҡаты бәғерлеге түгел, замандың аяуһыҙлығы күңелемде рәнйетте. Иртән тороу менән гел ауыр хәбәр ишетәһең. Өйҙәре менән астан үлеүселәр булды. Сабата кейеп, ҡыш урманға утынға барған ерҙән малайҙар үлеп ҡалды. Бүреләр күбәйҙе. Урманда ҡуяндарҙы ашап бөтөргәс, ауылға килделәр. Һалам башлы һарайҙарҙың түбәһенән төшәләр, халыҡтың малдарын быуалар. Ҡоралһыҙ кешеләр нимә эшләһен инде, нимәгәлер шаҡ та шоҡ һуҡҡан булалар, ҡысҡырышалар. Төндә шул тауыштан ҡурҡып уянып китә торғайным.

Ашарҙарына булмау сәбәпле һыйырҙар тора алмай ята, уларҙы күтәреп һауалар.

Бишенсе кластан беҙҙе мәктәптә хәрби эшкә өйрәттеләр. Окоптар ҡаҙҙҙыҡ, яралыларҙы яу яланынан нисек, нимәгә һалып алып сығырға, ҡанды нисек туҡтатырға, яраны нисек бәйләргә, мылтыҡтан атырға, ҡорорға, һүтергә, штыҡты нисек ҡуйырға, нисек йөрөтөргә өйрәттеләр.

Тамаҡ туйҙырыу өсөн борсаҡ баҫыуына барабыҙ. Ҡарауылсы ҡыуа. Ағайҙар йүгереп ҡотола, мин ҡаса алмайым. Ә ҡарауылсы минең итәгем һалып ебәрә. Ағайҙарҙың бер нәмәләре лә юҡ, ә минеке – бар.

Беҙҙең “Урал” колхозында иген бик үҫмәй, шуға умартасылыҡ менән шөғөлләнделәр. Унда атайым эшләне, үҙенең дә умартаһы бар ине, тик ҡыш сыҡҡансы үлә торғайны. Атайым балын Иглинға баҙарға алып барып һатып, беҙгә күлдәк, аяҡ кейеме алып ҡайта. Бер ваҡыт мәрйәләр бәйләп йөрөй торған шаҡмаҡлы шәл алып ҡайтҡайны, мин уны яратманым, ябынып йөрөмәнем.

Мәктәптә өшөп-туңып ултырғас, сирләп китмәһендәр тигәндәрҙер инде, уҡытыусылар һәр көндө бер кластың концертын ойошторҙо. Актив инем, бөтә сарала ла ҡатнаштым. Ун ике саҡрым районға саңғы ярышына ла барҙыҡ Рәйсә Ситдиҡова менән. Мәктәптә йоҡланыҡ. Үҙебеҙ алып барған ҡаты-ҡото ризығыбыҙҙы ашаныҡ. Ярышып ҡайттыҡ.

Мәктәптә ике дәфтәр менән ике ҡәләм бирҙеләр.

Күршебеҙҙәге ҡапма-ҡаршы ике ғаиләгә лә “ҡара ҡағыҙ” килде. Балалары төрлө тауыштан илай. Уларға ҡушылып мин дә иланым.

Һуғышта беҙҙең Шәрәфлислам ағайым да һәләк булған. 1943 йылдың 23 февралендә Ворошиловградта ҡаты алышта үлгән. Ағайым уҡсы булған.

Хәйрислам ағайымдың һуғышта уң ҡулы селпәрәмә килгән. Лазаретта оҙаҡ ятҡан. Бүрәнә аҫып ҡайтты. Рәшит ағайым менән икебеҙҙе ҡосаҡлап иланы. Йәм-йәшел инегеҙ ти. Гел үлән ашағанға шулай булғанбыҙҙыр инде.

Рәшит ағайым утынға ла, бесәнгә лә йөрөнө. Тимер һабанды тота ла алмай, көсө етмәй ине. Бер аҡһаҡ ат биргәйнеләр, уныһы йығыла ла китә.

...Һуғыш бөткән көн бысраҡ ине.

Бой за Родину,

Бой за Сталина, – тип йырлап, флагтар күтәреп, барабан ҡағып, урам буйлап йөрөнөк. Мәктәп директоры Әхнәф Янбухтин ағай еңеү менән ҡотланы.

Биологиянан уҡытҡан Наилә Хәбибулла ҡыҙы демонстрацияла ҡатнашҡан бөтә балаларҙы өйөнә саҡырып, ҡоймаҡлап сәй эсереп ҡайтарҙы. Әсәйем сатиндан теккән таҫма менән сәсемде матур итеп үргәйне. Мине баҫтырып ҡуйып, уҡытыусы ҡалғандарға өлгө итеп, бына ошолай ыҫпай йөрөгөҙ, тип маҡтаны".

"Бишенсе синыфта яралыларҙы нисек яу яланынан алып сығырға өйрәтә башланылар"
"Бишенсе синыфта яралыларҙы нисек яу яланынан алып сығырға өйрәтә башланылар"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас