+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Өсөнсөләрҙә — «Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү» дәресе

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының III cиныф уҡыусылары «Һуғыш тураһында йырҙар» темаһына «Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү» дәрестән тыш сарала ҡатнашҡан.

Өсөнсөләрҙә — «Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү» дәресеӨсөнсөләрҙә — «Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү» дәресе
Өсөнсөләрҙә — «Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү» дәресе

Дәрестең маҡсаты: уҡыусыларҙы Бөйөк Ватан һуғышы йылдары йырҙары менән таныштырыу, уларҙың ролен асыу, музыкаль мираҫ аша халыҡ батырлығына хөрмәт һәм илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү.

Дәрес Еңеү көнөнөң әһәмиәте тураһында ҡыҫҡа видео-анонс ҡарауҙан башлана.

— Дәрестә һорауҙар буйынса һөйләшеү үткәрҙек. Ни өсөн Еңеү көнө — илебеҙҙәге иң мөһим байрамдарҙың береһе? Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡыбыҙға нимә ярҙам итте? Тыуған ил өсөн көрәшкәндәрҙе нисек хөрмәтләргә? — тигән һорауҙарға яуап биреп, әңгәмәләштек. Уҡыусылар был дәрестә бик әүҙем ҡатнашты. Улар йырҙарҙың һуғыш йылдарында ысын «рух ҡоралы» булыуын яҡшы аңлай. Улар: “Еңеү йырҙары - һалдаттарҙың хәрби кәйефен һаҡлай, йәнде йылыта, Еңеүгә ышаныс, өмөт уята. Был йырҙар — фронтта, блиндажда, госпиталдәрҙә һәм тылда яңғырай”, — тип бер тауыштан яуап бирҙе өсөнсөләр, — ти уҡытыусылары Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡова.

Өсөнсөләрҙә — «Мөһим нәмә тураһында һөйләшеүҙәр» дәресе

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас