+23 °С
Облачно
VKOKTelegram

"Сыбыҡтар менән бергә боҙло һыу аҫтына төшөп киттем"

Гәзитебеҙҙең ветераны, шағирә, журналист, публицист Зөһрә Ҡотлогилдинаның Бөйөк Ватан һуғышына арнап сығарған серияһындағы "Беҙ - һуғыш балалары" тип аталған дүртенсе китабынан иҫтәлектәр тәҡдим итәбеҙ.

"Сыбыҡтар менән бергә боҙло һыу аҫтына төшөп киттем""Сыбыҡтар менән бергә боҙло һыу аҫтына төшөп киттем"
"Сыбыҡтар менән бергә боҙло һыу аҫтына төшөп киттем"

Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы НИҒМӘТЙӘНОВА (хәҙер ҠАСИМОВА). 1934 йылдың 9 июнендә Балтас районының Балтас ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 7 йәштә була.

 

"Әтей 1939 йылдан фин һуғышында була, 1941 йылда ҡайта. 22 июнь районда һабантуй булырға тейеш ине. Кистән Мата, Штәнде ауылдарынан аттарына ҡыңғырауҙар тағып, гармун уйнап туғандар килә башланы. Улар беҙҙең өй янында туҡтай.

...Мин ниңәлер ул төндә иланым да иланым. Әнейем: “Илама, туғандар килде, һабантуйға барабыҙ”, – ти.

Ҡояш сыға. Көн башта матур ғына торҙо ла ҡапыл ҡап-ҡара булып йәмһеҙләнде лә ҡуйҙы. Мин һаман илайым да илайым. Әнейем: “Үҙемдең матур яулығымды бирәм”, – тип тынысландырырға тырыша. Беҙҙең урамдан, ел ҡыуған кеүек, халыҡ ағылып килә башланы. Көн йәмһеҙләнгәс, кешеләр ҙә йылмаймай. Әнейем мине лә етәкләп алып китте. Мәктәп янына барып еткәс: “Нимә булды?” – тип һораны. “Һуғыш башланған...” – тип әйттеләр әкрен генә.

Һабантуй ҡайғыһы китте. Әтей МТС-ҡа барып ҡайтты ла һуғышҡа китергә йыйына башланы.

Машина менән бөтә ирҙәрҙе алып киттеләр. Аттарҙы ла алдылар. Һалдаттарҙы – Өфөгә, аттарҙы – Бөрөгә. Бер аҙнамы, аймы – шулай кешеләрҙе ташынылар.

Сентябрҙә мәктәпкә барырға. Бер кем әҙер түгел. Запас юҡ. Ризыҡ юҡ. Бөтә кеше колхозда эшләй. Апайым да, әсәйем дә эшкә киткән. Мин өйҙә бер үҙем тороп ҡалғанмын. Ҡышҡы пальтомды кейеп алдым да мин дә киттем яланға. Апайҙар көлә, ниңә улай кейенеп килдең, тиҙәр. “Һуғыш бит, дошмандар бында килһә, пальтоһыҙ ҡалам”, – тим.

Икенсе класта беҙҙе лә утауға йөрөтә башланылар. Мине рус мәктәбенә күсерҙеләр. Беҙҙе Мария Семеновна Ярышнева тигән уҡытыусы уҡытты. Ул эвакуация менән килгән. Ленин ордены ла бар ине. Мәктәп балалары уға утын килтерәбеҙ.

Әнейҙәр кис ултырып нәски бәйләйҙәр, йырлашалар. Икенсе – дүртенсе кластарҙа уҡығанда концерт әҙерләп яҡын ауылдарға барып күрһәтеп йөрөнөк.

Ленинградтан килгән бер ғаилә өләсәйҙәр өйөндә торҙо. Әней беҙҙе иртән уята ла: “Ана, теге капитан балалары беҙҙең баҡсалағы кесерткәнде йыйып бөтөрә бит, тиҙерәк сыға һалығыҙ”, – ти.

Ер һөрөргә үҙебеҙҙең Манька исемле һыйыр менән китә. Мин төш ашарға алып барам. Ҡараһам, әней ҡамсы менән Маньканы туҡмай. Һыйыр, бахыр, арыған, тора алмай ята. Әнейем: “Тор, артта ҡалабыҙ бит, ана, тегеләр алға китә”, – тип һөйләнә. Миңә Манька шул тиклем йәл булды, әсәйемә яман итеп ҡараным. Ул һыйыр өҫтөнә ятып илай башланы. “Ниңә туҡманың? Үҙең туҡмайһың, үҙең илайһың”, – тим.

Партияның райком секретаре булып Бердин тигән кеше эшләне. Ул кешеләрҙең ауыр тормошон аңлай ине. Башҡа ерҙә үлеүселәр булған, Бердин халыҡҡа ашарға таба ине. Эшләгән кешеләргә он бирҙеләр. Шуны алырға әней мине ебәрҙе, тоҡсай бирҙе. “Нисек күтәреп алып ҡайтырмын икән?” – тип уйлап барам. Сиратта минең кеүек балалар тора. Бер стакан тирәһе он бирҙеләр. Әней бер ҡалаҡ ҡына һалып аш бешерҙе. Ҡалғанын соландың мөйөшөнә ҡуйҙы.

Беҙ, бала-саға, өйҙәге эште бөтөрәбеҙ ҙә мәҙәниәт йортона барабыҙ. Мария Семеновна беҙгә Ромео һәм Джульетта тураһында уҡый. Ҡайҙандыр пианино килтергәндәр. Йыйыштырыусының ҡыҙы Әнисә шунда уйнарға өйрәнә. Бер ваҡыт ул сирләп киткән. Астан шешенгән. Мин әсәйҙең соландағы онон тәрилкәгә һалып бирҙем. Әней: “Ондо ҡайҙа ҡуйҙың?” – ти. Әнисәгә биргәнде әйткәс: “Хәҙер үҙең үләһең инде, ана, иҙәндә ҡалған эҙен яла”, – ти.

Әтей фин һуғышынан ҡайтҡан саҡта районға Өфөнән “Ревизор” спектаклен алып килгәйнеләр. Апай менән әней киткәйне. Әтей мине лә алып барҙы. Беренсе тапҡыр шунда театр күреп, үҙем дә һуғыш ваҡытында спектакль ҡуйырға булып киттем. Пьеса яҙам. Әнейҙәр кис йыйылғанда уйнап күрһәтәбеҙ.

...Илдә һуғыш бара. Ҡатын-ҡыҙҙар йырлай-йырлай һөйләшеп ултыра. Шул ваҡыт ишек ҡағалар. Берәү: “Уф, фашистар килгән”, – тип ҡысҡырып ебәрә. Икенсе берәү ишекте барып аса ла: “Минкәй, ирең ҡайтты, аяғы ла юҡ, ҡулы ла юҡ”, – ти. Носилка менән сығып алалар. Яралыны күтәреп һикегә һалабыҙ. Теге яралы: “Минкәй, мин хәҙер кемгә кәрәк? Аяғым да, ҡулым да юҡ”, – ти. Минкәй: “Һин беҙгә кәрәк, бер нимә эшләмәһәң дә, өйрәтеп кенә ултырырһың”, – ти. Бына шундай пьеса булды ул...

1939 йылда тыуған Венера исемле һеңлем бар ине. Һөйләшмәй. Ас. Илап ултыра. Райкомда эшләгән Бердиндарҙың ғаиләһе беҙгә яҡын ғына тора ине. Беҙҙең менән тиҫтер балалары бар. Уйнарға керәм. Әнейҙәре әпәй бешерә. Шунан ҡалын итеп телеп һәр беребеҙгә бирә. Венераға тип айырым тоттора. Ҡайтып барғанда кеҫәмдәге икмәктең яртыһын ашаған да ҡуйғанмын. Һеңлем мин ҡайтҡанды көтөп тора. Икмәкте биргәс, үҙем оялышымдан уны ҡосаҡлап иланым. Үҙем аҡланып: “Тағы алып ҡайтырмын”, – тигән булам. Башҡа улай итмәҫкә шунда ант иттем.

Һыуыҡ мәктәптә уҡыйбыҙ. Түшәм мөйөшөндә – ҡар, боҙ. Уҡытыусы таҡтаға мәсьәлә яҙа, Карамов тигән малай дежур ине, сепрәкте һыулап һөртһә, таҡта туңа ла ҡуя. Тағы еүешләп һөртһә, тағы туңа.

Иҫке китаптар, элекке гәзиттәрҙе табып, аҡ ерҙәренә яҙабыҙ.

Әнейемдең теген машинаһы бар ине, беҙгә кейемде үҙе тегеп бирҙе. Эсенә һарыҡ йөнөн йә мамыҡ ҡуйып, тоҡтан фуфайка текте. Кеҫәләрен дә яһаны. Шәл бәйләне.

Ни ғәләмәт булғандыр инде, бер ваҡыт яҙ көнө ҡыҙыл ҡар яуҙы. Һуғышта үлгән һалдаттарҙың ҡанылыр инде был, тип уйланыҡ.

Бер заман беҙ ҙә һуғышҡа барырға йыйынып киттек. МТС-та йыйылдыҡ. Машиналар үтә, шулар артынан йүгерәбеҙ, йәнәһе, фронтҡа ултырып китәбеҙ. МТС-та йәшәгән ҡатындың ике малайы бар ине. Шуның берәүһе ниндәйҙер сәйер әпәй ашай. “Миндә лә бар”, – тип үҙемдекен сығарып күрһәттем. “Әйҙә алмашайыҡ”, – ти был. Мин бирҙем, миңә үҙенекен тотторҙо. Ҡаты, ашап булмай. Мин илап ҡайтып киттем. Әнейемә һөйләгәйнем, ул: “Йүкә ҡайырыһын он итеп тартып, шунан бешерелгән”, – тине. Бәләкәй генә ике йомро булка бешереп, шул малайға алып барып бирергә ҡушты. Мин алып барғайным, шуны үҙе ашамай, әнейемә бирәм, тип һалып алды.

Әнейем дә икмәкте көрпәнән бешергәйне. Ураҡ урғанда беҙ көлтә эсенә инеп ултырабыҙ ҙа башаҡ ыуабыҙ. Әней шуны тирмәнгә алып барып тарта.

Бәрәңгене фронтҡа ебәрҙек. Йәшереп ҡалдырманығыҙмы, тип баҙға кереп тикшерәләр ине.

Утынға урманға йөрөнөк. Берҙе бергәләп киттек. Таныпты аша сыҡтыҡ. Төрөп, бәйләп, арҡаға аҫып ҡайтырға юлландыҡ. Көндәр йылытып, боҙ ирей башлаған саҡ. Мин ҡышҡы кейем кейеп барғанмын. Тағы Танып аша сығырға кәрәк. Бөтәһе лә ярҙың теге яғында, мине көтөп торалар. Мин баҫҡан боҙ бер мәл шартлап ярылды ла һыуға төшөп киттем. Утынға тип алған сыбыҡ-сабыҡ мине аҫҡа һөйрәй. Боғорлап төшөп китәм дә тағы килеп сығам. “Сыбыҡтарҙы ташла!” – тиҙәр. Бер малай оҙон ағасты миңә ебәрҙе, шуға тотоноп сыҡтым. Утынды тәки ташламаным, шуның өсөн барҙым да инде урманға. Быйма эсенә һыу тулған, түктеләр. Дүрт саҡрым тирәһе ҡайтып еткәнсе быйма туңғайны. Әнейем ҡайсы менән ҡырҡып, аяғымды һөйрәп алды. Аяғым да туңғайны. Үҙенсә дауалап аяҡҡа баҫтырҙы. Ә теге быйманың ҡырҡылған өлөшөн яңынан ялғап тегеп ҡуйҙы. Аҙаҡ та кейеп йөрөнөм әле мин уны.

Хәйер һорап йөрөүселәр ҙә булды. Балаларын эйәртеп, бер тегенсе килә торғайны. Кешеләргә нимәлер тегеп биреп, тамаҡтарын туйҙыралар ине. Армиянан аҡылына зыян килеп ҡайтҡан Низаметдин тигән кеше йөрөнө. Сөәил тигән кеше таяҡҡа атланып бөтөн ауылдарға йөрөгән. Үҙе изге күңелле ине, балаларға кеҫәһенән бәләкәй генә сохари киҫәге биреп китә ине.

Ҡайһы бер ауылдарҙа ҡоштарҙы, бесәйҙәрҙе ашаусылар булған, тип һөйләнеләр. Беҙҙә улай булманы. Мал үлһә, шуның һөйәктәренән һабын эшләйҙәр ине.

Тәтешлегә, Яңауылға, Куедаға кәрәсин, тоҙ алырға баралар. Ҡаланан алып ҡайтҡан тоҙҙарын һатып та йөрөнөләр.

Әпәй алырға барабыҙ. Сират ҙур, кеше күп. Әпәй еүеш. Сираттан сығып булмай. Ҡосаҡлап алған әпәйебеҙ ҡоймаҡ кеүек ләпшәйеп бөтә.

...Һуғыш бөтөүе тураһында Сталиндың телмәрен радионан Левитандың һөйләгәнен тыңланыҡ. Мәҙәниәт йорто янындағы баҡсала оркестр уйнай. Музыка яңғырап тора. Ямғыр яуҙы. Кешеләр һалдаттарҙың ҡайтҡанын ҡаршыларға тип Бөрө юлына сыҡты. Шунда уҡ ҡайталар тип уйлағандарҙыр инде. Күмәкләп китһәләр ҙә, берәмләп кенә ҡайттылар шул.

Әтей һуғышҡа үҙенең эшләгән машинаһы менән киткәйне. Шуның менән ҡоралдар ташып йөрөгән. Кенигсбергка барып еткән. Германияны еңгәндән һуң әтейемдәрҙе япондар менән һуғышырға ебәргәндәр. Поезд менән Яңауыл станцияһы аша үткәндәр. Әтей тыуған яҡтарын күреп илаған. Шунда берәү уны, әйҙә ҡасайыҡ, тип ҡотортҡан. Юҡ,тигән әтейем. Был хаҡта беҙ аҙаҡ, 1946 йылда, үҙе һуғыштан ҡайтҡас белдек.

...Көтөү ҡайтҡан ваҡыт. Беҙ ҡыҙҙар менән “Аҡ тирәк” уйнап йөрөйбөҙ. Шул саҡ ҡыҙҙар йүгереп килеп миңә: “Әтейең ҡайтты!” – тип әйттеләр. Хаты юҡ ине. “Алдамағыҙ!” – тим. Ике ҡыҙ: “Ант итәбеҙ!” – ти. Йүгереп өйгә ҡайтһам, бер хәрби кеше битенә һабын буяп ҡырынып тора. Ул мине күтәреп алды. Әтей ҡайтты тип ҡыуаныуҙан бигерәк мин ҡыҙҙар алдында, мине шундай матур һалдат күтәрҙе, тип ҡыуандым".

 

 

 

"Сыбыҡтар менән бергә боҙло һыу аҫтына төшөп киттем"
"Сыбыҡтар менән бергә боҙло һыу аҫтына төшөп киттем"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас