

Артабан һөйләшеүҙе «Өләсәйҙәр мәктәбе» төркөмө дауам итте. Унда һүҙ күренекле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның «Һылыуҡай» документаль повесы хаҡында барҙы. Был әҫәрҙә 1941–1945 йылдарҙағы һуғышта ҡатнашҡан батыр йөрәкле хәрби фельдшер Һылыу Әхмәтованың легендар башҡорт генералы, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов командир булған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы хәрби юлы һүрәтләнә.
Һылыу Әхмәтова 1918 йылда Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында донъяға килә. Мәктәптән һуң, 1936 йылда, медицина техникумын тамамлап, райондың Йыланлы ауылында эш башлай. 1939 йылдың мартында Һылыуҙы аҡ финдарға ҡаршы фронтҡа ебәреү өсөн Ҡыҙыл Армия сафына саҡыралар. Ул 170-се уҡсылар дивизияһының 154-се медицина батальонында хеҙмәт итә. 1940 йылда демобилизациялана һәм Башҡорт медицина институтына уҡырға инә. 1941 йылда фашист илбаҫарҙары илебеҙгә ҡаршы яуға күтәрелгәс, 23 июндә, һуғыштың икенсе көнөндә үк, Һылыу Әхмәт ҡыҙы повестка ала. Ул Өфөнөң 1741-се эвакуация госпиталендә хәрби хеҙмәтен башлай. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуы тураһында ишеткәс, үҙен шунда күсереүҙәрен һорай. 1942 йылда улар менән бергә Һылыу ҙа фронтҡа китә. Легендар дивизия Сталинградтан Берлинғаса ауыр һәм данлы юл үтә. Һылыу Әхмәтова санитарка була, ҡатмарлы шарттарҙа операциялар эшләргә ярҙам итә. Йыш ҡына уға дошман уты аҫтында ҡалырға тура килә.
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Һылыу Әхмәтова Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, миҙалдар һәм баш командующийҙың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
1945 йылдың июлендә ул тыуған яғына ҡайтып төшә. Медицина институтында уҡыуын дауам итә. 25 йыл Өфөләге 1-се дауахананың диагностика кабинетын етәкләй. Батыр йөрәкле табип 2002 йылда вафат була.
Тормош иптәше, хәрби табип Тәүфиҡ Ситдик улы Саттаров менән улар яу яланында осраша. Бер-береһенә бер күреүҙән ғашиҡ булған парҙар өйләнешә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 1943 йылда һәләк булып ҡала. Тәүфиҡ Саттаровтың ғүмере немец танкыһына ҡаршы алышта өҙөлә. Һылыу Әхмәт ҡыҙы ғүмеренең аҙағынаса мөхәббәтенә тоғро булып ҡала.
Өләсәйҙәр повестан өҙөктәр сәхнәләштереп тә күрһәтте. Әйткәндәй, ролдәрен бик оҫта башҡарҙылар. Сара «Әхирәттәр» фольклор төркөмөнөң сығыштары менән үрелеп барҙы.
Осрашыуға килгән 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары үҙҙәре өсөн бик күп мәғлүмәт алып, шатланышып таралды.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Автор фотоһы.