

Дәғиә Хафиз ҡыҙы КӘЛИМУЛЛИНА. 1929 йылдың 3 июнендә Бөрйән районының Аҫҡар ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 12 йәштә була.
"Һуғыштан алда атайым колхоз ойоштороуҙа актив ҡатнашҡан. Бөрйән леспромхозында – эшселәр колмитеты рәйесе, унан Аҫҡар ауылында колхоз рәйесе булып эшләй. Аҙаҡ район советы рәйесе итеп ҡуялар. Ойоштороу эштәренә оҫта булғанға күрә уны башта һуғышҡа ебәрмәйҙәр, бронь менән ҡалдыралар. Тик атайым 1942 йылдың ғинуарында үҙе теләп фронтҡа китә.
Атайым Башҡорт атлы дивизияһының 893-сө полкында хеҙмәт итә. Ҡыйыу разведчик, полктың политругы яугирҙарға шәхси батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Уны Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләйҙәр. Шул уҡ йылдың көҙөндә разведкаға китеп хәбәрһеҙ юғала. Әсәйем биш бала менән тороп ҡала: иң олоһо – мин, ике ҡустым һәм ике һеңлем. Әсәйем, Һәҙиә исемле, колхозда эшләй, мин туғандарымды ҡарайым.
Бер көн райпонан килеп әсәйемде ауыл магазинына һатыусы булырға өгөтләй башланылар. “Мин латин хәрефенән башҡа бер ни белмәйем”, – тип әйтеп ҡарай, ә тегеләр ишетмәй ҙә. “Өҫтөңә түләүең сыҡһа, һыйырың бар алырға”, – тип көләләр, етмәһә. Тыңлап ултырҙым да: “Әсәй, ризалаш, үҙем ярҙам итермен”, – тинем. Мин мәктәптә яҡшы уҡый инем, әсәйем ризалашты. Иҫәп-хисапты үҙем алып барам, әсәйем ат менән тауар ташый, ул юҡта һатыу ҙа итәм. Документтарҙы күсермә ҡағыҙ аша үткәреп, отчет төҙөйөм. Үҙемдә ҡалған күсермәләрҙе йыйып тегеп барам.
Бер көн әсәйемде район үҙәгенә саҡырҙылар. “Өҫтөңә бирәсәгең күп сыҡҡан, һыйырың менән өйөңдө алабыҙ”, – тип ҡайтарғандар. Әсәйем илай-илай шешенеп ҡайтып инде. “Әсәй, үҙем барып ҡайтайым, документтар күсермәһе миндә лә бар”, – тимен.
Райпо бухгалтеры бик уҫал ҡатын ине. Отчеттарҙы тикшереп, минеке менән сағыштырғас, бер нисә документтың булмауы асыҡланды. Бирәсәгебеҙ юҡ икәнен белгәс, әсәйем эшен тапшыра һалды.
1943 йылда мин етенсе класты тамамланым. Көҙгә мәктәптәргә уҡытыусылар эҙләй башланылар. РОНОнан килгән етәкселәр мине күреп: “Ауылда 7-се класты бөткәндәр юҡ, кәүҙәле лә күренәһең, торғаны әҙер уҡытыусыһың”, – тип, Бөрйән районы Бикташ ауылы мәктәбенә ебәрергә булдылар. Ризалаштым. Барғас ҡына белдем: быға тиклем эшләгән уҡытыусы егет ҡымыҙлыҡҡа сыҡҡан да аҙашып үлгән икән. Күңелдә ҡурҡыу ҙа, ҡыҙғаныу тойғоһо ла ҡалды. Аҡса алғансы өйҙән килтергән ризыҡ менән туҡландым. Торған фатирҙың баҡсаһынан картуф та табып алдым. Уҡыусы балалар күп түгел, 1 – 3-сө кластарҙы бергә уҡыттым. Бер сиректән һуң бер нисә бала мәктәпкә йөрөмәй башланы. Өйҙәренә барҙым. Берәүҙәренең аяғына кейергә итеге юҡ, ә бер ҡыҙ әсәһе менән аслыҡтан шешенеп ята ине. Уларға көн дә үҙем әҙләп кенә ашарға бирә башланым. Әсәйем, 1921 йылғы аслыҡты кисергән кеше, “Астан интеккәндәргә бер юлы ашатырға ярамай, ул үлем менән бер, күп кеше шулай ҡырылды”, – ти ине. Шулай әсәле-ҡыҙлыны тәки аяҡҡа баҫтырҙым.
Иң фажиғәле бер ваҡиға ғүмер буйы иҫемдән сыҡмай. Ул былай булды: Аҫҡар ауылында ике туған апайыбыҙ магазинда һатыусы булып эшләй ине. Бер көн магазинына бурҙар төшкән. Әллә күпме тауар, флягалағы кешенән йыйған майҙар юҡҡа сыҡҡан. Урлаған кешенең майҙы тырнап алғанда тупыс баш бармаҡ эҙе ҡалған, бармағына бәйле ҡыҙыл сепрәге төшөп ҡалған. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан бер нисә кешенең бармаҡтары буйынса тикшереп ҡарағандар, таба алмағандар. Апайымды, бер йәшлек балаһын санаға ултыртып, төрмәгә алып киткәндәре әле лә күҙ алдымда. Балаһы юлда уҡ ауырып үлгән. Йәш булһам да, үҙемсә тикшереү үткәрергә булдым. Кешеләрҙән һораша торғас, бер инәй яңы һуғыштан яраланып ҡайтҡан һалдатҡа, эренләп торған баш бармағын күреп, һарыҡ майын йылытып, иҫке ҡыҙыл яулығын йыртып бәйләп ебәргәнен әйтте. Тикшереүсегә әйтеп ҡараным, әммә өйөндә тауарҙарҙы тапманаҡ, тип кенә ҡуйҙы.
Бер көн дәрес ваҡытында Шәһит исемле малай: “Мин магазинға кем төшкәнен беләм, тауарҙарҙы туғанының сыуал артына йәшереп ҡуйғандар”, – тип әйтеп ысҡындырҙы. Башҡа балалар әсә-аталарына әйткәндер нде, икенсе көнө үк теге кешене ҡулға алдылар. Апайымды сығарҙылар, ә теге малайҙы ғәйепләнеүсенең туғандары урманда аҫып киткәндәр. Бөтә ауыл халҡы иланы, оҙаҡ онота алманы. Ә мин үҙ баламды юғалтҡандай булдым, ғүмерем буйы йөрәгем әрнене.
Һуғыш йылдары эшләүе еңелдән булманы. Мине 30 – 50 саҡрымда ятҡан район үҙәгенә аҡсаға ебәрәләр ине. Бер тапҡыр бүрегә осраным. Юлда арып, ағас төбөнә ултырып торғайным, йоҡлап киткәнмен. Күҙемде асһам, ҡаршымда бүре тора. Эргәләге бер ботаҡты һәрмәп алған булдым да “тух” тигән булам, йәнәһе, атам инде. “Бер сумка аҡса, ял итергә юлдан ситкә сыҡҡанмын, кем мине тапһын аҙаҡ”, – тип уйлайым үҙем. Ни мөғжизәлер, бүре ҡарап торҙо-торҙо ла китеп барҙы. Арыу онотолдо, йоҡо ҡасты, ҡалған юлды осоп тигәндәй ҡайттым. 15 йәшлек ҡыҙҙы ни эшләп аҡса алырға ебәргәндәрҙер инде, шуға аптырайым.
Һуғыш бөтөү хәбәрен мәктәптән ҡайтып торғанда ишеттем. Әсәйем тәҙрәгә ҡараған да: “Бер һыбайлы кеше урамда тегеләй ҙә былай сабасы, янғын-фәлән сыҡтымы икән?” – ти. Урамға йүгереп сыҡтыҡ. Һыбайлы: “Һуғыш, һуғыш”, – ти ҙә үтеп китә. Беҙ, әллә һуғыш беҙгә етеп киләме икән, тип ҡурҡышып торһаҡ, теге атынан төшөп, тын алып: “Һуғыш бөткән! Һуғыш бөткән!” – тип ҡысҡыра, һикерә башланы. Шатлығынан “һуғыш”ты әйтә лә “бөткән” тигәнен әйтергә хәле бөтөп, тыны етмәй икән. Беҙ ни көлөргә, ни иларға белмәй торҙоҡ. Урамда башҡа өйҙәрҙән сыҡҡан халыҡ та йыйылды. Асығын белергә теге егетте уратып алып һорай башланылар. Оҙаҡҡа һуҙылған һуғыштың туҡталыуы кешеләрҙең башына барып етмәй ине, шикелле. Ә миндә бер генә уй – атайымдың тиҙерәк иҫән-һау ҡайтыуы. Эйе, атайымды һуғыштан һуң оҙаҡ көттөк. Тәүге айҙарҙа ҡустыларым көн дә ауыл осона ҡаршы алырға йөрөнө. Ә мин кешегә һиҙҙермәй генә солан күтәрмәһенә баҫам да шундағы юлды күҙәтәм.
Шулай бер нисә йыл үтте. Әсәйем атайымды көттө-көттө лә күрше ауылға кейәүгә сығып китте. Ә мин Бикташ ауылынан үҙебеҙгә – Аҫҡар ауылына ҡайттым, сөнки атайым йәшәгән өй буш торһа, йәтимһерәгән һымаҡ ине. Һуғыштан һуң кейәүгә сығырға һоратыусылар күп булды, әммә атай йортон ҡалдырғым килмәне. 1948 йылда ошо ауыл егете, һуғыштан ҡайтҡан Ғиззәтуллин Рәхмәткә кейәүгә сыҡтым. Һуғышты ул 9-сы десант армияһының 18-се бригадаһында башлай. Унан Карелия фронтында була. 1944 йылда ҡаты яраланып һәм контузия алып, госпиталдә дауалана. Һауыҡҡас, Көнбайыш фронтына оҙаталар. Балатон күле янында минаға эләгеп, икенсегә аяғына яралана. Ул ваҡытта подполковник Коваленконың элемтәсеһе була. Һуғышта Дан ордены, “За отвагу”, “За боевые заслуги” миҙалдары менән наградлана. 1945 йылдың 25 мартында көньяҡ-көнбайыш Будапешт ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн Сталиндың Рәхмәт хатын ала.
Ирем менән һигеҙ бала үҫтерҙек. Барыһына ла юғары белем, яҡшы тәрбиә бирҙек. Рәхмәтем 2006 йылда үлеп китте.
Үткән ғүмерҙе барлайым да бушҡа йәшәмәгәнмен, тип уйлайым. Тыуған илгә бына тигән балалар үҫтерҙек, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫтәр, тип ышанам. Тик донъялар ғына тыныс булһын!"