+28 °С
Болотло
VKOKМакс

"Дәрес ваҡытында инеп, “халыҡ дошманының ҡыҙы” тип алып сығып киттеләр"

Гәзитебеҙҙең ветераны, шағирә, журналист, публицист Зөһрә Ҡотлогилдинаның Бөйөк Ватан һуғышына арнап сығарған серияһындағы "Беҙ - һуғыш балалары" тип аталған дүртенсе китабынан иҫтәлектәр тәҡдим итәбеҙ.

"Дәрес ваҡытында инеп, “халыҡ дошманының ҡыҙы” тип алып сығып киттеләр""Дәрес ваҡытында инеп, “халыҡ дошманының ҡыҙы” тип алып сығып киттеләр"
"Дәрес ваҡытында инеп, “халыҡ дошманының ҡыҙы” тип алып сығып киттеләр"

Барсынһылыу Мөхәмәтғариф ҡыҙы ИЛЕКӘЕВА. 1926 йылдың 8 ғинуарында Миәкә районының Илсеғол ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 15 йәштә була.

 

"Баҫыуҙа утауҙа инек. Бригадир һуғыш башланған тигән хәбәрҙе килеп әйтте. Утамайса ҡайтып киттек. Атайымды 1937 йылдың 7 авгусында “халыҡ дошманы” тип, 10 йылға хөкөм итеп, алып киттеләр. Өс йылдан Красноярскиҙа үлеп ҡалған. Уны 1985 йылда аҡлап яҙып сыҡтылар.

“Һигеҙенсе класта уҡығанда дәрес ваҡытында “халыҡ дошманының ҡыҙы” тип алып сығып киттеләр ҙә Свердловскиға торф сығарырға ебәрҙеләр. Отличноға уҡый инем. Өсөнсө сиректең ике генә көнөн уҡығайным. “Халыҡ дошманы”ның ҡыҙынан башҡа ла отличниктар етерлек”, – тине директор Солтанов абый. Үҙен дә һуғышҡа алып киттеләр, шунда үлеп ҡалды.

Ололар менән бер рәттән эшләнем. Өҫкә ҡышҡылыҡҡа салбар менән фуфайка, быйма бирҙеләр. Бәләкәй инем. Быйма эсенә керерлек кенә. Десятниктар: “Эй, кукла!” – тип кенә йөрөттөләр.

Баракта егерме ике – утыҙар кеше торабыҙ. Ашарға – 400 грамм йә арыш, йә кукуруз икмәге. Иртән ашатманылар. Төш, кис – кәбеҫтә ашы. Бәрәңге булмағас, бер-ике бөртөк бәшмәк һалып бешерәләр. Тары бутҡаһы йә икешәр килька һалалар.

Торфты йәй яланҡул әйләндертәләр. Киптерәбеҙ. Ҡул һырттары ҡанап бөтә. Эштән ҡайтҡас, солидол һөртөп ятабыҙ. Ә ҡыш вагондарға ҡул менән тейәйбеҙ. Көс етмәй. Вагонды үҙебеҙ этеп керетәбеҙ. Суйын юлын да үҙебеҙ һалабыҙ.

Икмәкте иртәнгегә ҡалдырырға тырышабыҙ. Тумбочкаға ҡуйһаң, еҫе килә лә төндә йәшереп ашап ятабыҙ юрған аҫтында. Ун дүрт сәғәт эшләйбеҙ, юҡһа норма тулмай. Норма тулһа, 200 грамм икмәк өҫтәп бирәләр. Иртәнге дүрттә сығып китәбеҙ, әлһерәп бөтәбеҙ.

Торфта әсиргә төшкән немецтар ҙа эшләне. Беҙҙе улар янына яҡын ебәрмәнеләр. Бик өшөйҙәр ине. Бер кирбес йылытып, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып йөрөгәндәре иҫтә ҡалған.

Ҡыш айҙарында – декабрь, ғинуар, февралдә ҡайһы саҡ ауылға ҡайтаралар. Ауылда ла молотилкала эшләйбеҙ. Үгеҙ менән колхоз ерен һөрәбеҙ. Радик менән мин ике үгеҙ араһына егеләбеҙ. Уларҙың һеләгәйенә сабыу күн кеүек ҡатып бөтә. Малайҙар төрән тарта. Арыуҙың сиге юҡ. Көскә ҡайтып йығылабыҙ.

Инәйем бик өҙгөләнде. “Халыҡ дошманы” ҡатыны тип, заем түләргә булһа ла конторға саҡырталар. Алты балаға – бер һыйыр, тиҙәр. Инәйем иң бәләкәс туғаным Әбүзәрҙе конторға алып килә лә кешеләр ҡаршыһына ултырта. “Минең башҡа түләр әйберем юҡ, алһағыҙ, ошо балам бар”, – тигәс кенә туҡтанылар.

...Өйгә тентеү менән дә килделәр. Инәйем балта тотоп ишек төбөнә баҫты ла: “Эҙләгән ҡоралығыҙҙы тапмайынса сығармайым”, – тип ҡаты торҙо. Бик сая ине, бахыр. Бер нимә лә тапманылар. “Иртәгә киләбеҙ”, – тип сығып киттеләр. “Килегеҙ, иң беренсе алты баламды турап һалам, шунан үҙегеҙҙе лә турайым”, – тигәс, килмәнеләр. Инәкәйем ҡуш йөрәкле булғандыр инде. Балаларыңдың өсөһөн детдомға тапшырайыҡ, тип килгән кешеләргә: “Мин үлгәс алтыһын да тапшырырһығыҙ”, – тине. Яулығына тиклем ямап бәйләне. Төнө буйы Димдән балыҡ тота ла 15 – 20 саҡрымдағы Новый Мир ауылына алып барып һата. Онға йә бәрәңгегә алмаштырып алып ҡайта ине. Йәй еләк-емеш ҡотҡарҙы.

Ҡасып йыйып алып ҡайтҡан башаҡты, мөгәрәпкә төшөп, ут яғып ҡурып беҙгә ашатты инәйебеҙ. Ә Сәфәрғәле ҡарт иртән кемдең ихатаһынан ҡурмас еҫе сыға, шуларҙы конторға саҡырта. Бер ус борсаҡҡа ике йылға хөкөм итәләр ине.

Юҡ һарыҡтан йөн тапшырырға ҡушалар. Һыйырҙан 8 кило май, тауыҡтан 100 йомортҡа бирергә кәрәк хөкүмәткә.

Аслыҡтан шешенеп үлгән кешеләр булды. Фәтҡиә, Шәмсинур тигән апайҙар, үҙебеҙҙең Фәүзиә апайыбыҙ үлгән кешеләрҙе, балаларҙы күмде.

Торфта 12 йыл эшләгәндән һуң унда башҡа барманым. 10 йыл суйын юлында эшләнем.

...Һуғыш бөткәндә Свердловскиҙа баракта төнгө сменанан ҡайтып йоҡлап ята инем. Комендант килеп инеп, мине күтәреп алды ла әйләндерә лә әйләндерә, “Һуғыш бөттө!” – ти.

Һуғыштан һуң да күп йылдар интегеп йәшәлде. Шулай ҡыйын булһа ла, йәш сағымды һағынам. Хоҙай миңә бәхеттең иң ҙурын биргән: ни күрһәм дә, 90-ға еттем! Ауыр бала сағымды иҫләп, йәтим балаларға бер пакет ойоҡ бәйләп ебәрҙем".

 

 

 

 

 

 

 

 

"Дәрес ваҡытында инеп, “халыҡ дошманының ҡыҙы” тип алып сығып киттеләр"
"Дәрес ваҡытында инеп, “халыҡ дошманының ҡыҙы” тип алып сығып киттеләр"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас