

Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында был байрамға ҡарата башланғыс синыф уҡыусылары өсөн “Ерҙән һалдат атлай” тигән бик матур сара уҙғарылды. Балалар тәүҙә 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һәләк булған ҡарт олатайҙарының портреттарын тотоп, “Үлемһеҙ полк” акцияһында йөрөнө. Моғайын, һәр ҡыҙ һәм малай был минуттарҙа ҡасандыр илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән яугирҙарҙы күҙ алдына килтергәндер, олатайҙары менән ғорурланғандыр. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын иҫкә алыу, улар тураһында тарихты, иҫтәлекте һаҡлау маҡсаты менән ойошторолған “Үлемһеҙ полк” акцияһы – йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү сараһы ла.
20-се гимназияла бер нисә йыл инде “Ерҙән һалдат атлай” тигән йыр менән сафта йөрөү конкурсы ла ойошторола. Быйыл да һәр синыф тырышып, темаға ярашлы йыр һайлаған, ысын һалдаттарса сафта йөрөргә өйрәнгән, бик матур сығыш яһанылар.
Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,
Бер битеңдә – моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән әсе йәш тама...
Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғыр юлдары иҫкә төшә. Ҡәһәрле һуғыш күпме баланы атайһыҙ, олатайһыҙ ҡалдырған?! Бөгөн дә Еребеҙ тыныс түгел, донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын ине.
Автор фотолары.