

Сәнә Ғафур ҡыҙы ҒИЛМАНОВА (хәҙер САБИРЙӘНОВА). 1939 йылдың 3 декабрендә Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 2 йәш тә 7 ай була.
"Әтейемдең йөҙөн хәтерләмәйем. Ул һуғышҡа киткәндә мин бары 3 йәштә генә булғанмын. 36 йәшлек инәйем ҡулында 6 бала һәм оло йәштәге ҡәйнәһе Вафия ҡартнәйем менән 7 кеше ҡалғанбыҙ.
Алкинда һалдаттарҙы Башҡорт атлы дивизияһына туплағандар. Ауыл ерҙәренән йыйылған төрлө йәштәге ир-атты һалдат хеҙмәтенә әҙерләгәндәр. Әтейем дә шунда булған. Буласаҡ һалдаттарҙы ҡорал тоторға өйрәткәндәр, һәр һалдатҡа бер ат булдырғандар. Дивизияны аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү кеүек мөһим бурыстар ҙа торған.
Инде 40 йәште уҙған уҙаман, әтейем Ғилманов Ғафур Сабирйән улы һуғышҡа тиклем оҫта пекарь булған, шуға күрә лә унда ла һалдаттарға икмәк бешергән. Ул “Игенсе” колхозында агроном булып эшләгән, игенселекте яҡшы белгән.
1924 йылғы Фәрүәз ағайым Ғилманов урта мәктәпте тамамларға йөрөй. Ул иҫ киткес оҫта рәссам, үҙе лә төҫ-башҡа матур, һәр нәмә ҡулынан килә ине. Хатта скрипка, мандолиналарға тиклем үҙе эшләгән. Ағайым яһап ҡалдырған мандолинаны уйнап үҫтек беҙ, өйҙә ҡалған балалар. Ҡалдырған тип шуға әйтәм, ул да шул уҡ 1942 йылда, 10-сы синыфты тамамлағас уҡ, әтейем артынса һуғышҡа китә. Әтейемдең һуңғы хаты Сталинград янынан килде, тип һөйләй торғайны инәйем, ә 1943 йылдың февралендә фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта хәбәрһеҙ юғалды тигән “ҡара ҡағыҙ” килә. “Хәбәрһеҙ юғалды” тигәнгә күрә инәйем бер ҙә уны үлгән тип уйламаны, “әтейегеҙ тере ул, ҡайтыр” тип көттө. Ә 1944 йылдың февралендә Польшаны фашистарҙан азат иткәндә Фәрүәз ағайымдың да үлеме тураһында хәбәр алдыҡ. Уны Польшаның Родземенский районында бер пандың баҡсаһында ерләнек, тип хат яҙҙы Татарстандан бергә хеҙмәт иткән Рәшит исемле һалдат. Инәйем юҡ-юҡта, ағайығыҙ, бәлки, үлмәгәндер әле, иптәше яңылыш яҙғандыр, тип тә әйтә ине. Шулай ҙа уны бик көтмәне. Гел бер төшөн һөйләне. “Ағайың бәләкәй саҡта бер төш күргәйнем, ул йүгереп китте лә мин артынан ҡыуып етә алманым, йүгереп барып һыуға төшөп юғалды. Ғүмер буйы шул төшөмдө онота алмай, гел ҡурҡып йөрөнөм, бына ҡасан килеп юғалды ул”, – тип һөйләй ҙә күҙҙәре йәш менән тула ине.
Шунан ағайым бәләкәй саҡта булған бер тарихты ла һөйләй торғайны. Әлеге төшөнән һуң булған ул хәл. Әтейем Йүрүҙән йылғаһы аша Көҫәпәй яғындағы йыраҡ урманда күмер яндырырға йөрөгән. Ул ат менән киткәс, ағайымдың гел уның менән атта ултырып йөрөгөһө килгән. Бер көндө әтейем ағайымды ултыртмай киткән. Бер аҙ барғас, барыбер ултыртыр типтер инде, ағайым йүгергән дә йүгергән. Ҡыуып етә алмаған, аҙашҡан. Урман араһында юлдан йыраҡ бер ағас төбөнә ултырып хәл йыйырға булғандырмы, ҡайҙа барырға белмәгәндәнме, шул ағас төбөндә ултырған кискә тиклем. Әтейем дә кис ҡайтһа, ағайымды күрмәгән. Инәйем нишләргә белмәй, аптырап, һыуға барған кеше булып, көйәнтәләп һыуға киткән. Шунда урман юлынан бер арба еккән атлы кеше килгәнен күреп көтөп торған. Күңеленә килгән, шул атлы кеше ағайымды күрмәнеме икән, тип өмөт иткән. Ысынлап та, ул кеше ауылдан Йәгүр (Егор) бабай булып сыҡҡан. Ул да күмер алып ҡайтып килгәндә ағас төбөндә бер илау тауышы ишетәм, ти икән. Ҡараһам, Ғилмановтың улы, ти (ауылда кешеләр бер-береһен, хатта балаларҙы ла таный бит инде). Шул Егор бабай ағайымды ултыртып алып ҡайтҡан. Шунан инәйем, бер аҙ тынысландым, ярай, төшөм раҫ килмәне, тип шатланып йөрөгән. Тик бына бит, барыбер юғалды улғынам, ти торғайны. Шулай ҙа ил менән килгән ҡайғы булғас, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай инде, тип үҙен-үҙе йыуата ине.
Мин ҡайһы саҡта шул ағайымды һуғыштан тере ҡайтҡан булһа тип күҙ алдыма килтерәм. Ул шул тиклем оптимистик хаттар яҙҙы. Һуғыштағы күп ваҡиғаларҙы киноаппаратҡа төшөрөп барам, ҡайтҡас роман яҙасаҡмын, тип яҙа ине. Күргән төштәрен рәсемгә төшөрөп ебәргеләне. Һуңғы бер төш-һүрәте бер ҙә күҙ алдынан китмәне. Ике ҡанатлы фәрештә – ҡыҙ балалар бер-береһенә арҡаларын терәп ултырған да икеһе лә скрипкала уйнай. Шул тиклем матур рәсем, ап-аҡ шыма ҡағыҙға нескә зәңгәр фломастер кеүек ҡәләм менән эшләнгәйне. Ул рәсемде бик оҙаҡ һаҡлап йөрөттөм, әммә, ҡайһылыр күсенгәндә микән, шул ҡәҙерле әйберем юғалып ҡуйҙы. Бик үкенесле булды. Һуңынан инәйем ағайымдың ул төшөн былай тип юраны: ике яланғас ҡыҙ бала скрипкала уйнауы менән беҙҙең ғаиләгә киләсәк ике ҡайғыны күргән ағайың, тине.
Ә оҙон дүрт йыл барған һуғыш тылдағы кешеләр өсөн үтә ауыр ваҡыт булды. Был турала, әлбиттә, аҙ яҙылмаған, әммә ул йылдарҙы бер ваҡытта ла онотоп булмай. Һуғышта ҡорбан булған ағайымдан кесе 1927 йылғы Әғзәм ағайым Ғилманов һуғыш ваҡытында беҙҙең ғаиләне ҡараусы ир заты булып ҡала, тик ул үҙе лә үҫмер генә. Шулай булһа ла, бар ауырлыҡтарҙы ирҙәрсә күтәреп, беҙҙе асыҡтырмаҫҡа, һыуыҡ өйҙә туңдырмаҫҡа тырышып әллә күпме михнәттәр күрҙе. Яҙын-йәйен балыҡ тотор өсөн йылғанан ҡайтып инмәне. Ҡыш бәләкәй сана менән сыуаллыҡтан сыбыҡ-сабыҡ алып ҡайта, ҡыш ҡар аҫтында ҡалған колхоз бесәне күбә төптәрен ҡаҙып алып ҡайта, бүрегә осраған саҡтары ла була, инәйем менән бергә төрлө ауыр эштәрҙе башҡарҙы.
Ғаиләлә ике ағайымдан һуң ҡалған 4 ҡыҙ үҫтек. 1928 йылда тыуған Мәғмүрә апайым иң ауыр ирҙәр эшенә егелде, урман ҡырҡырға барһынмы, торф сығарырға йөрөһөнмө – барыһына ла түҙеп, инәйемә иң ҙур ярҙамсы булды.
1931 йылда тыуған Фәрзәнә апайыма ла еңел булманы. Һуғыш ваҡытында бөтөнләй ашау-эсеү наҡыҫланғас, кейем-һалым туҙғас, берме-икеме йыл мәктәпкә йөрөй алманы.
Әле һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы еңеп бөтмәгәнлектән, инәйем Фәхирә апайымды Стәрлетамаҡтағы Ленин мәктәбенә уҡырға ебәрҙе. Ләкин барыбер ул ғаиләнән айырылып үҫеүҙе ғүмер буйына ғәҙелһеҙлек тип ҡабул итте. Юҡ-юҡта “мин ғаиләлә үҫмәнем” тигән үкенесен белдерҙе. Эш белем алыуҙа ғына түгел шул, нисек кенә булһа ла, ғаилә йылыһы мөһимерәк бала кешегә. Ни хәл итмәк кәрәк, ул йылдарҙа бик күп кешегә шундай яҙмыш килде. Һуғыштың ниндәй генә касафаттары булманы!
...Һуғыш йылдарындағы аслыҡ заманында беҙҙең ҙур ғына баҡсабыҙ бар ине. Бәрәңге сәстек. Ул заманда ауылда бик тәмле сортлы бәрәңге булды. Шәкәр генә ине. Май ҙа кәрәкмәй, икмәкһеҙ ҙә ашарға була. Шундай тәмле үҙе.
Һыйырыбыҙ булды. Бесән, утын мәсьәләһе иң ауыры ине. Әғзәм ағайым, оло апайым Мәғмүрә, унан кесе Фәрзәнә апайым тырышлығы менән ҡалай ҙа өйҙө йылытып, үлмәй ҡалдыҡ. Ул өй йылытыу тигәне һуғыш ваҡытында иң ауыры булды. Утынды йәй әҙерләү мөмкинлеге юҡ. Иртә таңдан киске ҡараңғыға тиклем инәйҙәр колхоз эшендә, үҙең өсөн утын әҙерләү, бесән сабыу мөмкинлеге бер кемгә лә бирелмәй. Әғзәм ағайым үҫмер генә, буйға ла әллә ни ҙур түгел, нисә йәштәр булғандыр, ауыл осондағы сауылдыҡтан сыбыҡ-сабыҡ йыйып алып ҡайтырға барған бәләкәй сана менән. Ул ваҡытта бик кешелекһеҙ председатель була торғайны. Гел ауыл ҡатындарын, бала-сағаны, баҫыуҙа башаҡ сүпләгән ҡатындарҙы булһынмы, сыбыҡ-сабыҡ йыйған бала-саға булһынмы – ат менән баҫтырып, сана-арбаларын ватып, үҙҙәрен туҡмап йөрөй торған зәхмәт ине. Ағайыма ла шул тап булған, үҙен туҡмап, санаһын, балтаһын алып ҡайтарып ебәргән. Инәйем, туҡмалғанына врачтан справка алып, судҡа ал биреп ҡараған. Унда бүтән туҡмалған балалар ҙа булған, рәйесте ҙур ғына срок биреп төрмәгә лә ебәргәндәр. Тик ул бер ҙә оҙаҡ ултырманы, бер йылдан тып итеп ҡайтып тв төштө, тип һөйләй торғайны инәйем. Ҡыш көнө ҡар аҫтында туңған һалам ҡалдығы, ҡайҙа колхоз бесәненең туңып ҡалған кәбән төбө – шуларҙы ҡаҙып (ул да рөхсәт ителмәй), ҡасып-боҫоп ҡына ташый ине ағайым.
Әтейем менән оло ағайым һуғышҡа киткәс, биш бала һәм ҡартнәйем менән алты кеше ҡараған 36 йәшлек инәйем Ғилманова Әминә Сафа ҡыҙы колхозда ла тырышып эшләне, беҙҙе асыҡтырмаҫҡа, уҡытырға тырышты. Бер аҙ грамотаһы ла бар ине. Ауыл халҡына документтар әҙерләүҙә лә булышты. Хәтеремдә: бер оло ғына әбейҙе ырҙын табағынан галошына эләгеп ҡайтҡан бер ҡуш устай ашлыҡ өсөн төрмәгә ебәрҙеләр. Үҙе киткәндә һыйырын колхоз фермаһына ваҡытлыса тапшырып китергә ҡушҡандар. Әбей үҙенең срогын тултырып ҡайтҡас, һыйырын колхоздан ала алмай интегә. Беҙгә килгән. Әминә, ярҙам ит инде, тип. Инәйем район хужаларына ҡағыҙ яҙып әбей менән китте. Шулай итеп, уның һыйырын ҡайтарып бирҙеләр. Әбей бер ҙә онотманы был изгелекте, гел рәхмәт уҡып йөрөнө инәйемә. Уға яуаплы эштәр ҙә йөкмәттеләр, ферма мөдире лә булды. Балалары ваҡ, ирҙәре фронтта тип торманылар. Ул саҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙы урманға бүрәнә әҙерләргә лә ебәрҙеләр. Инәйем дә бер үҫмер генә Байрамов Фәрхит тигән күрше малай менән леспромхозға китте. Ул Фәрхит буйға ла ҙур түгел, сибек кенә малай ине. Оҙон арҡыры бысҡы, балталар алып киттеләр. Ҡышҡы һыуыҡ, кейемдәре йоҡа. Миңә 3 – 4 йәш тирәһелер. Гел тәҙрә төбөндә быяланың боҙон өрөп иретеп, бәләкәй генә “күҙ” яһайым да тышты ҡарап ултырам. Инәйемдең леспромхоздан ҡайтып килгәнен дә шул “күҙ”ҙән күреп ҡалдым. Күпме ваҡыт эшләгәндәрҙер, бик йонсоп, өшөп ҡайтҡаны хәтерҙә. Ул кереп барған килеш апайымдарҙы: “Нейә иркәгеҙҙе (мине инде) ҡараманығыҙ, киптереп бөтөргәгеҙ ҙә”, – тип ҡыҙҙырған була. Апайҙарым үҙҙәре лә ҙур түгел, 8 – 10 йәшлектәр ине.
Оло ҡайғылар, аслыҡ-яланғыслыҡтарҙы үҙ ғүмерендә әллә күпме кисерһә лә, инәйем бик сабыр, түҙем ине.
Ошо ауыр һуғыш йылдарында халыҡ бик берҙәм, бер-береһенә ярҙамсыл булды. Үҙҙәре аслы-туҡлы ғына йәшәһә лә, фронтҡа ярҙам итергә тырышты, бәрәңгеһен дә киптерҙе, ойоҡ-бейәләйен дә бәйләне, ҡулынан килгәндең барыһын да атҡарҙы. Минең апайымдар ҙа үҙҙәренең тиң-тоштары менән кис ултырып, һуп бармаҡлы бейәләй бәйләйҙәр ине. Һалдаттарға мылтыҡ тотоу өсөн уңайлы ул бейәләйҙәр. Инәйем бүрек текте. Ул һөнәргә әтейемдән өйрәнеп ҡалғайны. Тире иләргә лә белә ине. Ауыл менән бергәләп фронтҡа посылка ебәрҙе. Ул заманда налог түләтеү тигән бер ауыр бурыс булды. Уны ла тырышып үтәнеләр. Заем тигәнен дә һатып алдылар. Барыһы ла фронт өсөн тип эшләнде. Хөкүмәт тә һуғышта аталары үлгән балаларҙы уҡытыу, детдомдарҙа бәләкәйҙәрҙе аяҡҡа баҫтырыу хәстәрлеген күрҙе.
Оло Еңеү көнөн күрергә лә насип булды. Ул көндө, әллә ни ҙур булмаһам да, яҡшы хәтерләйем. Ағайымдарҙың үҙ тиҫтерҙәре менән ҡосаҡлашып илашыуҙары күҙ алдында. Кешеләрҙең күҙҙәрендә – йәш, шатлығы ла, ҡайғыһы ла бергә. Күптәрҙең атаһы йә ағаһы, йә икеһе лә ятып ҡалған. Беҙҙең ғаиләнән атай ҙа, ағай ҙа ҡорбан булды. Дүрт йылға һуҙылған аслыҡ, яланғыслыҡты, юғалтыуҙарҙы кисергән халыҡ өсөн Еңеү көнөнөң килеп етеүе аңлата алмаҫлыҡ шатлыҡ та, күтәргеһеҙ һағыш та ине".