+28 °С
Ясно
VKOKTelegram

Олатайҙарҙы хәтергә алабыҙ

Байрамдарҙы, ялдарҙы бергәләп матур итеп үткәрергә яратабыҙ. Ғаиләбеҙ ҙур беҙҙең: бөтәһе ете кеше. Атайым, әсәйем, Лиә апайым, Иҙрис, Рамаҙан ағайҙарым, мин һәм Зөмәрә һеңлем.

Олатайҙарҙы хәтергә алабыҙОлатайҙарҙы хәтергә алабыҙ
Олатайҙарҙы хәтергә алабыҙ

Атайым – балта оҫтаһы, әсәйем өлкәндәрҙе ҡарай, уларға ярҙам итә, социаль хеҙмәткәр. Уны ауылда тәмле бәлештәр бешереүсе булараҡ та беләләр. Заказдар ҙа бирәләр. 9 Майға йыл һайын күмәкләп бәлеш бешереп, матур табында олатайҙарыбыҙҙы иҫкә төшөрәбеҙ. Улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Әсәйемдең атаһы Нуритдин Сәғәҙетдин улы Ирбулатов офицер булған, ике тапҡыр Дан ордены кавалеры. Атайымдың олатаһы Юныс Баһауетдин улы Асылбаев та ил азатлығы өсөн һуғышҡан.

Әсәйем менән бешергән «Ҡыҙыл бәрхәт» бәлешенең рецебын да яҙам. 2 йомортҡа, 150 грамм шәкәр ҡомо, 100 грамм көнбайыш майы, 200 грамм кефир, ярты сәй ҡалағы ҡыҙыл аҙыҡ буяуы, кәрәгенсә он, ярты сәй ҡалағы сода кәрәк. Бөтәһен бергә ҡушып бутап, мейестә 20 минут бешерергә. Бешеп сығып һыуығас, өҫкө ҡатламын ҡырҡып алырға. Эремсекле сыр, шәкәр ҡушып буталған массаны ҡырҡылған еренә һылап сығырға. Матур итеп һылағас, өҫтөнә ҡырҡып алған өлөшөн ыуғыстан ыуып һибергә. Бәлеште үҙеңә оҡшағанса биҙәргә мөмкин. Беҙ Еңеү көнө айҡанлы «9 Май» тип яҙҙыҡ.

Сафия МАЛИКОВА,

 I синыф уҡыусыһы.

 Бөрйән районы,

Мәһәҙей мәктәбе.

Олатайҙарҙы хәтергә алабыҙ
Олатайҙарҙы хәтергә алабыҙ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас