

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында ла берҙән-бер ветеран, 102 йәшлек Фәтхулла Әғлиулла улы Юламанов хөрмәтенә уның йорто алдында парад үткәргәндәр. Был турала Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең сәхифәһендә яҙған.
"Ветеран йорто алдында парад" Бөтә Рәсәй акцияһы - ветарандарға хөрмәт билдәһе, быуындар бәйләнешен сағылдырыусы сара. Атай-олатайҙарҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы, батырлыҡтары тураһында бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.
Фото: com.