

Мират Әхмәтшәриф улы Бикмәтов. 1937 йылдың 26 сентябрендә Учалы районының Учалы ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 4 йәше лә тулмаған була.
"Судья булып эшләгән атайымды 1939 йылда Әбйәлилгә күсергәндәр. Беҙ – Рената һеңлекәшем менән мин – атайҙың өсөнсө ҡатынынан тыуған балалар. Тәүге ҡатынынан Мазһар менән Фуат исемле ике улы тыуған. Икенсе ҡатынынан Ғәкиф исемле улы менән Сулпан тигән ҡыҙы булған. Уларҙың әсәйҙәре – ике ҡатыны ла үлгәс, атайым беҙҙең әсәйебеҙгә, Ғәлимәгә, өйләнгән.
Һуғыш башланғас, атайымды ағас ҡырҡып, йылға буйлап ағыҙыу эше менән шөғөлләнгән контораға иҫәпсе-кассир итеп ҡуйғандар. Ул, йәше буйынса оло булып, һуғышҡа эләкмәгән.
Фуат ағайым партия өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлегендә инструктор булып эшләгән. Һуғыш башланғас, техникаларҙы, аттарҙы фронтҡа оҙатыу эштәрен тикшереү буйынса беҙҙең яҡтарға командировкаға ебәргәндәр. Эштәре бөткәс, ике көнгә Буранғолға ла һуғылып, беҙҙе күреп китте. “Командировканан ҡайтҡас та һуғышҡа китергә үҙем дә ғариза яҙам”, – тине атайға. Мине сельпо магазинына алып барып: “Нимә алып бирәйем?” – тип һораны. Унда уйынсыҡ гармун бар ине, мин шуны һораным. Бер айҙан фронтҡа киткән. Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша. Ленинград блокадаһында артиллерист була, яралана, госпиталдә ята. Аҙаҡ Сыбаркүлгә ебәрәләр. Унда гаубица пушкаларына командирҙар әҙерләү курсын алып бара. Берлинды алыуҙа ҡатнаша. 1947 йылда ғына ҡайта.
Мазһар ағай һуғыш башланғанда Бүребай руднигында баш экономист, партбюро секретары була. Июнь, июль айҙарында алмағандар, бронь менән ҡалдыралар. Шунан фронтҡа китә. 1944 йылда Белоруссияла Витебск ҡалаһын алғанда һәләк була. Президент Лукашенконың ярҙамы менән мин 2005 йылда ҡәберендә булып ҡайттым.
1942 йылда атайҙы Күсем руднигына ебәрҙеләр. Күсем руда идаралығына Елембәт, Ниязғол, Күсәр, Учалы районынан Ураз ауылдары инә. Рудникта марганец сығарылған. Ул фронт өсөн бик кәрәк булған. Танктарҙың броняһын шунан эшләгәндәр. Гитлер марганец сыҡҡан рудниктарҙы Грузияла, Украинала баҫып алған булған. Күсем руднигы тылдың фронт алды һыҙығына әйләнгән.
Беҙ ике ҡатлы баракта йәшәй башланыҡ. Бер подъезда ҡотҡарыусылар, хәрбиләштерелгән һаҡсылар йәшәне. Унда пароль менән генә инергә мөмкин.
Махсус рәүештә поезд юлы төҙөнөләр. Рудаларҙы вагондарға тейәп, Магнитогорскиға ебәрәләр ине. Атай шартлатҡыстар һаҡланған складта ҡарауылсы булып эшләй башланы. Көн һайын сәғәт ун ике менән бер араһында шахтаға үтеү юлын шартлаталар. Сирена геүләй башлай. Ул ваҡытта урамға сығып йөрөргә ярамай.
Ун ике квартирҙа егерме ғаилә йәшәне. Беҙҙең кеүек балалар – ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа бар ине.
Атайҙың икенсе ҡатынынан тыуған Сулпан апай ҙа, әсәһе үлгәс, һуғыш ваҡытында беҙҙең менән йәшәне. Шулай итеп, беҙ биш кеше бер бүлмәлә торҙоҡ.
Барактың тирә-яғында талдан үреп эшләнгән һарайҙар бар ине. Унда кешеләр малдарын тотто. Беҙҙең дә һыйырыбыҙ, кәзәбеҙ бар ине. Баҡсабыҙ ҙа булды. Бәрәңге, кишер, кәбеҫтә, һуған үҫтерҙек. Өс йөҙ – биш йөҙ биҙрә бәрәңге ала торғайныҡ. Иртән дә, төш тә, кис тә шуны ашайбыҙ. Карточка менән икмәк, балыҡ бирәләр. Камбала балығын магазин янына килтереп түккәндәр. Тоҙло булғас, һыйырҙар ялай ине. Беҙ ул камбаланы иң насар балыҡ тип уйлай торғайныҡ.
Эргәлә генә Яҡтыкүл булды. Ярышып һыу инәбеҙ. Барак башы тимер менән ябылған, шунда ҡыҙынабыҙ, унан йәнә һыуға һикерәбеҙ.
Ҡандала күп ине. Йәй көнө бөтәһе лә карауаттарын тышҡа сығарып шунда йоҡлайҙар. Карауат тояҡтарына һыулы консерва ҡуялар. “Был ҡандалалар ҙа Гитлер яҡлылыр ул, ҡанэскестәр”, – тип уйлай торғайным мин.
Һуғыш ваҡытында атай партком секретары булғас, беҙ йәшәгән квартирҙы парторг йорто тип йөрөттөләр. Аҙна һайын биш-алты кеше йыйыла торғайны. Улар план үтәлешен тикшерә, бер аҙна эсендә фронтта ниндәй яңылыҡтар булған, шул хаҡта һөйләшә. Фронтҡа киткәндәрҙең ғаиләләренә ярҙам итер өсөн баҡса үҫтерергә ниәтләйҙәр. Өйҙә политик карта элеүле торҙо. Ҡыҙыл Армия ҡайҙа булғанлығын билдәләп барҙылар.
Беҙҙең кеүек биш-алты йәшлек малайҙарҙы агитатор итеп файҙаландылар. “Боевой листок” сығарып, шуларҙы клубҡа, рудниктың контораһына, ашханаға элеп сығырға ҡушалар. Быны беҙ боевое задание кеүек ҡабул итә инек.
Сулпан апай конторала йыйыштырыусы булып эшләне. Ҡарауылсы булғанда иптәшкә мине лә алып бара. Ҡул эшенә оҫта булды, шунда ултырғанда сигә, бәйләй. Кешеләр заказ да бирҙе.
Фронтҡа шахтерҙарҙы ла алдылар. Улар урынына Кривой Рогтан егерме һигеҙ йәш кеше килде. Мариополдә прокат станогында эшләгән булғандар. Башта уларҙы Магнитогорскиға ебәргәндәр. Шунан Күсемгә килделәр. Йәш егеттәрҙе эшкә өйрәттеләр.
Атайҙары фронтта булған ғаиләләргә ярҙам йәһәтенән ойошторолған хужалыҡта эшләй башланы атай. Унда, төрлө йәшелсәләрҙән тыш, иген дә үҫтерҙеләр.
1944 йылдың көҙөндә атай ауырып ҡайтты. Үпкәһенә һалҡын тейгәйне. Пенициллин юҡ ине. Тапһағыҙ, тиҙерәк йүнәлер, тигәндәр. Тәүҙә картуф, шунан алтын һырғаларын һатып, әсәй ул дарыуҙарҙы тапты. Шулай итеп, атай йүнәлеп китте.
1943 йыл ҡыш көслө бурандар булды. Ике-өс көн буйына туҡтаманы. Бәләкәй йорттарҙы күмеп китте. Магнитогорскиҙан килә торған поезд юҡ. Вагондар тулған. Паровоз килә алмай, батҡан. Сирена геүләй. Тимәк – ЧП. Халыҡ олоһо ла, кесеһе лә йыйылып, юлды ҡарҙан таҙартып, арҡан менән вагондарҙы тартып, буштарын руда менән тултырып, ярты көн эсендә ике норманы ебәрҙеләр.
Ураҙға тимер юл юҡ. Руданы машиналар менән генә сығарырға була. Ә улар юҡ. Григорий Иванович Носов тигән кеше комбинат директоры ине. Иртәнге биштә машиналар теҙелеп тора ти. Ҡайҙан, тип аптырайҙар икән. Улар баш командующий Сталиндың ҡушыуы буйынса ебәрелгән икән. Марганец ил өсөн, фронт өсөн ул ваҡытта шул тиклем мөһим әһәмиәткә эйә булған.
...Еңеү көнөндә беҙ, малайҙар, Яҡтыкүл буйында йыуа ашап, тау башында йөрөй инек. Митинг булды, гармун уйнанылар. Халыҡ ҡыуанды.
Атайҙың икенсе ҡатынынан тыуған Ғәҡиф ағай ҙа һуғышта була, Брест өсөн алыштарҙа ҡатнаша. “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәр килә. Ә ул иҫән була. Яраланып, контузия алып, пленға эләгә. Германияға алып китәләр.
1947 йылда беҙгә килеп төшә. Барак алдына ат килеп туҡтай, унан төшкән кеше: “Бикмәтовтар ҡайҙа йәшәй?” – тип һорай. Алама ғына кейенгән булған. Мин ҡайтып ингәс, уны таныманым. Йыуындырып, кейендереп ултыртҡайнылар. Үпкәһе лә, йөрәге лә, башы ла яраланған, ныҡ ауырый ине. Бер йыл беҙҙең менән йәшәп ҡалды. 1948 йылда үлде. Шулай итеп, һуғышта атайымдың ике улының ғүмере ҡыйылды".