+25 °С
Облачно
VKOKTelegram

Буранбай ауылы китапханаһында фәһемле дәрес үтте

Баймаҡ районы Буранбай ауылы китапханаһында "Һуғыш балаларының - онотолмаҫ яралары" исемле фәһемле китапхана дәресе үтте.

Буранбай ауылы китапханаһында фәһемле дәрес үттеБуранбай ауылы китапханаһында фәһемле дәрес үтте
Буранбай ауылы китапханаһында фәһемле дәрес үтте

Бала һәм бала саҡ. Икеһе лә һәр кем өсөн шул тиклем ҡәҙерле һәм ғәзиз. Бала саҡ - вайымһыҙ, хәсрәтһеҙ саҡ.
Тормошта төрлө ваҡыт, төрлө кеше була. Кемдер бала саҡ рәхәтен татып йәшәй, кемелер, киреһенсә, тормош тамуғын күрә...
Эйе, бала саҡтары аяуһыҙ һуғыш йылдарына тура килгән, һуғыш осоро балалары йылдан йыл әҙәйә. Беҙҙең ауылда 4-әү ҡалды. Йыл һайын улар менән осрашыуҙар үтеп тора. Бөгөн Зәйтүнә Ялалетдин ҡыҙы Йәноҙаҡова осрашыуға килде. Башҡа инәйҙәр һаулыҡтары ҡаҡшау сәбәпле килә алманы.
Һуғыш башланғанда улар бәләкәй генә балалар булып ҡалыуҙары, тылдағы ауыр тормошто күреп , аслы-туҡлы булһалар
ҙа ауырлыҡтарға бирешмәй ололар менән бер рәттән Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн тырышыуҙары тураһында һөйләне.
-"Их,тормош гел аҡтан ғына торһа икән дә! Уның бит ҡараһы ла була...
Беҙ, һуғыш осоро балалары, күпте күрҙек, бүтән ундай ҡанлы афәттәрҙе күрергә яҙмаһын, илдәребеҙ имен торһон, тыныс тормоштоң ҡәҙерен беләйек", - тип үҙенең изге теләктәрен теләне инәйебеҙ...
Зәйтүнә инәй, балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, имен-һау ғына йәшәгеҙ! Һеҙгә һаулыҡ, именлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!

 Сығанаҡ һәм фото: Буранбаевская сельская библиотека

 

Буранбай ауылы китапханаһында фәһемле дәрес үтте
Буранбай ауылы китапханаһында фәһемле дәрес үтте
Буранбай ауылы китапханаһында фәһемле дәрес үтте
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас