

Совет майҙанында юғары уҡыу йорттарынан һәм колледждарҙан 1200 студент "Еңеү вальсын бейене". Йәштәрҙе Башҡортостан Башлығы исеменән республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡотланы.
«Һеҙҙең быуынға мөһим миссия йөкмәтелде. Беҙ Бөйөк Еңеү хаҡы тураһында онотмаҫҡа тейешбеҙ. Һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың данын һаҡларға һәм уларҙың лайыҡлы вариҫтары булырға кәрәк», – тип билдәләне Урал Килсенбаев.
Был халыҡ-ара акция 2014 йылдан Еңеү көнө алдынан ойошторола.
Фото: bashinform.