

Сәүиә Йәнгәрәй ҡыҙы Гәрәева (хәҙер Мәһәҙиева). 1934 йылдың 10 июлендә Йәрмәкәй районының Тарҡазы ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 7 йәш була.
"Үҙемдең инәкәй, Бибикамал, 1937 йылда үлә. Мин өс йәштә ҡалғанмын. Сәлимә апайым менән Мөхәмәҙеляр абзыҡай менән өсәү инек. Был өс баланы мин ҡарай алмайым, тип әткәй ике-өс өй аша йәшәгән Сажидә апай менән никах уҡытып, алып ҡайта. Сәлимә апай үгәй инәкәй менән уртаҡ тел таба алмаған. Шуға абзыҡай уға китергә кәңәш иткән. Үзбәкстанда әхирәте бар ине, ул шунда сығып китте. Тик биҙгәк сире менән ауырыған. Тыуған яғыңа ҡайтһаң ғына йүнәләһең, тигәндәр. Ҡайтты ла, тағы Тажикстан яғына китте. Унда ла сиренән ҡотола алмаған. Һуғыштан һуң ғына ҡайтты. Артыҡ тамаҡ ҡайтты, тип әйттеләр. Бер әбейҙең өйрәтеүе буйынса мөгәрәптән баҡа алып, шуны апайымдың ҡуйынына тығып, юрған ябып, өҫтөнә менеп ултырам. Шунан ҡалтырауы бөтә ине.
Ул йылдарҙа ҡоролоҡ булды. Картуф уңманы. Сәлимә апай әтейҙең боронғо билбауын, ҡиммәтле бүреген һатып, ризыҡ алып ҡайтырға тип, Приютҡа китте. Мин ҡаҙанға һыу һалып, яғырға утын әҙерләп, эргәһенә шырпы һалып көнө буйы көтөп йөрөйөм. Кискә апайым арбаһы менән бер нәмәһеҙ буш ҡайтып килде. Мин илайым. Илама, тип мине йыуатты ла ҡайнаған һыуға саҡ ҡына тоҙ һалды ла, шуны эсеп яттыҡ.
Үгәй инәйҙең өлкән апаһы бар ине. Уны беҙ Аҡ түткәй тип йөрөттөк. Ул инәйгә: “Балаларға ҡаты бәрелмә, уларҙы Хоҙай Тәғәлә бер тапҡыр рәнйеткән бит инде”, – тип әйткән. Үгәй инәй һәйбәт булды. 1941 йылда әткәй менән икеһенең уртаҡ балалары Шәүкәт туғаным тыуҙы. Һуғышҡа киткәнсе әткәй бригадир булып эшләгәйне, абзыйымды үҙе менән эйәртеп йөрөп эшкә өйрәтеп ҡалдырҙы. Уларҙан һуң бөтә ирҙәр эше ун бер–ун ике йәшлек малайҙарға ҡалды бит.
Үгәй инәй колхозда эшкә йөрөнө. Ураҙа айы. Утау ваҡыты. Һәр кешегә норма бүлеп бирелә. Эҫе. Ярҙамға беҙ ҙә барабыҙ. Кешегә күренмәҫкә тырышып, шыуышып ҡына Тарҡазы йылғаһына барып, ҡулын, аяғын һыуға тығып, хәл алып килә ине. Мин башҡалар күрһен тип уның урынына ҡалҡына-ҡалҡына утап йөрөгән булам.
Һөт үткәрергә сепаратҡа күршеләргә йөрөйбөҙ. Тәрилкәләрен яларға Шәүкәтте эйәртеп барам.
Һыйырыбыҙ быҙаулағайны, быҙауын Ҡаздалый Ханнанов тигән кеше ит заданиеһына тип алып сығып китте. Һыйыр үкереп ҡалды. Шул күренеште ғүмер буйына онота алманым.
Кәрәсинде ауылға бәләкәй цистерна менән килтерәләр. Уны норма менән генә бирәләр. Ҡатындар берәй өйгә йыйылып фронтҡа ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләйҙәр. Мин сыра яндырырға алдан әҙерләп ҡуям. Район гәзитендә Ванда Василевскаяның әҫәре тәржемә ителеп баҫылып сыҡҡайны. Мин шуны ҡысҡырып уҡыйым. Унда бер уҡытыусыны фашистар үлтерә – шул турала. Үҙем дә илайым, башҡалар ҙа илай. “Әлдә фашистар бында килеп етмәгән, ирҙәребеҙгә генә унда ауыр”, – тиҙәр.
Абзыҡай киптергән итте лезвие менән нәҙек кенә итеп ҡырҡып алып ашап йөрөгән. Инәкәй шуны белеп ҡалған да үҙе илай, үҙе әрләй. Уны йәлләп мин илайым. Былай ҙа ул үҙенең балаһы менән минән йәшереп абзыҡайға итле һурпа ашата ине. Ә беҙгә көлдә көлсә бешереп бирҙе.
Яҙ йыуа, үлән тамырҙары, балтырған йыябыҙ. Ыҡ йылғаһының икенсе яғында Новотроицкиҙа урыҫтар йәшәй, беҙ шул яҡҡа балтырғанға йөрөйбөҙ. Тоҡлап йыябыҙ. Ҡар баҙында өс-дүрт көн һаҡлап ашайбыҙ. Ҡышҡа ла киптерәбеҙ. Урыҫтар беҙҙең яҡҡа бәшмәккә йөрөй.
Биҙрә менән һыу алып барып, йомран ояһына ҡоябыҙ. Малайҙар бер ырғаҡ яһап алғандар ҙа шуның менән тоталар. Туғыҙ – ун йәшлек малайҙар һуя, Ыҡ буйында таҙартып йыуабыҙ ҙа бешереп ашаайбыҙ. Булат, Ғәйниә, мин йөрөнөк.
Абзый ат менән ер һөрә. Апалар һыйырҙары менән сыға. Ер ҡаты. Төндә аттарҙы ҡарайҙар.
Бер ваҡыт аттарға ҡорсаңғы эләккән. Аттар илай. Уларға ҡыйын. Аҙаҡ Фәтих тигән абзый, аттарҙы һуғышҡа алып китеп бөтмәһендәр, бында эшләргә кәрәк бит, тип сирҙе махсус рәүештә эләктереүе тураһында әйткән. Үҙе һуғыштан һуң яман ауырыу менән сирләгән. Үлер алдынан: “Миңә аттарҙың ғына күҙ йәше төштө”, – тип әйткән.
Бәрәңге баҡсабыҙ егерме биш сутый ине. Абзый башта шуның яртыһын бүлә. Шуны тағы дүрткә бүлә лә миңә бер көнгә ҡаҙырға задание биреп китә. Мин ул ерҙе тағы ла дүрт өлөшкә бүләм дә ҡаҙам. Шулай итеп бүлеп-бүлеп ҡаҙып бөткәнсе ер йылына башлай. Бергәләп ултыртабыҙ. Күҙәнәктәрен генә сәсәбеҙ. Утарға – мин, күмергә – инәй менән абзый. Ҡараңғы төшкәс утайбыҙ. Үҙебеҙҙең эшкә колхоз эшенән бушаған ваҡыт ҡына ҡала. Инәй миңә алабутаны өҙмәҫкә ҡуша. Орлоғо кәрәк була, ти.
Ҡабаҡ та күп итеп сәсә торғайныҡ. Урындыҡ аҫтына тултырып ҡуябыҙ. Төшөн тышы менән ашай инек.
1943 йылда әтейҙең похоронкаһы килгәс, Мөхәмәҙеляр абзый мәктәпкә йөрөүҙән туҡтаны. Ете класс менән тороп ҡалды. Шул тиклем яҡшы уҡый ине. Математика уҡытыусылары уға ярҙам һорап килә торғайнылар. Исемен тулы итеп әйтмәй, Яр тип кенә йөрөттөләр.
Миңә похоронканы күрһәтмәнеләр. Мәктәптән бер ботинка биреп ҡайтарҙылар. Күтәреп ҡайттым да: “Ниңә миңә бирҙеләр ул, Ғәйниәгә бирмәнеләр”, – тип әнкәйҙән һораным. Ул: “Әтейең өсөн бирҙеләр”, – тине. Ниңә икәнен әйтмәне. Абзый әйтте: “Мин шуға ташланым уҡыуҙы, әткәй урынына ҡалдым бит”, – тине. Миңә әткәйгә килгән похорнканы күрһәтмәгәндәр икән. Ә теге ботинка әтейҙәре һуғышта үлгән балаларға бирелгән әйбер булған. Тик ул кейергә эшкинмәне. Тәүге яҙғы бысраҡта уҡ табаны ҡубып төштө.
Әнкәй Абдулла станцияһына барып, йомортҡа һатып, ҡәләм алып ҡайта. Шуны уртаға бүлеп Ғәйниәгә бирҙе. Икенсе юлы улар алып ҡайтһа, миңә бирәләр. Боронғо китаптар араһына хәрефтәрҙе яҙып йөрөнөк. Инәкәй район гәзитенән дәфтәр эшләп бирҙе. Ҡараны – ҡоромдан, пероны ҡаҙ ҡаурыйынан яһаныҡ. Мәктәпкә беҙ барғансы йылынһын тип таңдан яғып ҡуялар. Бер ваҡыт яҙға табан мейес торбаһы емерелеп төшкән. Бөтә төтөн класҡа тулған. Еҫ тейә тип ике көн барманыҡ. Дәресте төндә ай яҡтыһында әҙерләйем. Кәрәсинде әрәм итәһең ти ине әнкәй.
Ленинградтан кешеләр килтерҙеләр ауылға. Урыҫ балалары беҙҙең менән татарса уҡыны. Ә ҙурыраҡтары Нина менән Лена Новотроицкиҙағы урыҫ мәктәбенә йөрөнө. Рус теленән беҙҙе Ленинградтан килгән уҡытыусы уҡытты. Мин русса өйрәнеп алып “Самолеты летит под столом” тип әйткәнем иҫемдә. Абзыҡай менән ғүмер буйы шулай тип көлөп йөрөнө. Нина менән Леналар әнейҙәре менән беҙҙең Аҡ түткәйҙәрҙә торҙо. Улар сусҡа тотто. Бер барһам, мейестә табала сусҡа итеп бешеп ултыра. Эй ашағым килә инде, тәҡдим итһәләр ҙә ашамай сығып киттем. Түткәй ни эшләргә белмәй йөрөп ята. “Көлгә сәсрәне бит инде сусҡа майы, шул арҡала көлгә күмеп бәрәңге лә бешерә алмайым”, – ти. Бысаҡты ла, һауыт-һабаһын да уларҙан айырып тотто.
Улар ауылда ташландыҡ өйҙә рәтләп бәләкәй генә май заводы асты. Халыҡтан йыйған һөттән май, сыр, эремсек эшләнеләр. Уларҙы фронтҡа ебәрҙеләр. Эремсек һыуын кешеләргә лә бирҙеләр.
Бер ваҡыт атайҙары самолет менән Тарҡазы яланына килеп төштө. Бер сумаҙан пряник, булка, печенье, кәнфиттәр килтергән. Тарҡазы йылғаһында күмәкләшеп һыу инәләр. Уларҙың шәрә килеш һыу ингәнен күреп, ололар ҙа, беҙ ҙә аптырайбыҙ. Ауыл кешеләренең урыҫ халҡының мәғәнәһеҙлегенә иҫтәре китә. Беҙгә әнкәй улар янына бармаҫҡа ҡуша, оят, ти. Купальниктың ни икәнен дә белмәйбеҙ бит инде ул саҡта.
Атайҙары ҙур чиновник булған икән, һуғыштан икенсе йәш ҡатынды эйәртеп ҡайтҡан. Аҡ түткәйҙе Мәскәүҙә үткән тәүге Еңеү парадына саҡырған. Шунда ла барып ҡайтты әле ул түткәй.
Нина менән Леналарға тиклем Аҡ түткәйҙә бер еврей әбейе менән бабайҙы кереткән булалар. Әйберҙәре күп ти. Бабай нәмәлер яҙа, үҙ-ара Сталиндың исемен әйтеп һөйләшеп алалар икән. Түткәй, шикләнеп, силсәүиткә барып, нимәләр яҙалар икән, тикшерегеҙ әле, тип әйткән. Килеп уҡыһалар, беҙҙәге тормогшто яманлап, Сталинға яҙғандар ти. Шунан уларҙы ҡайҙалыр алып киткәндәр. Уларҙы баштан уҡ килтерәләр, оҙаҡ тормай, киткәс, Нина менән Леналарҙы индерәләр.
...Һуғыш бөткәнен бағана башындағы радионан ишеттек. Иртә менән кешеләрҙе уятып, тантаналы музыка яңғыраны. Абзыҡай ергә ятып иланым тине. Кем илай, кем йырлай. Халыҡ ни эшләргә лә белмәне.
Ауылға похоронкалар күп килгәйне. Беҙҙең урамдан бер генә кеше иҫән ҡайтты.
Ҡаздалый Ханнаов һуғыш ваҡытында ҡайтты. Ҡулын терһәгенән өҙҙөргән. Һуғыштан ҡайтҡан, уны күргән бер кеше, ҡулын үҙе ҡыҫтырҙы бит ул, тип әйткән.
Һуғыш бөтөп, Ленинградтыҡылар үҙҙәренә ҡайтып китһә лә, уларҙың беҙҙең менән бәйләнеше өҙөлмәне. Ниналарҙың өйҙәре емерелгән булған. Беренсе ҡаттан подвалда йәшәргә урын биргәндәр. Шунан кире Йәрмәкәйгә килеп күпмелер йәшәгәндәр. Нина абзыйымдың ярҙамы менән атта йөрөргә өйрәнгән. Әтейҙәре йәш ҡатын менән быларҙан киткәс, бик ауыр йәшәгәндәр. Аҙаҡ ҡайтып киткәндәр. Нина пенсияға сыҡҡас, бала саҡтағы холоҡһоҙлоғо, шаянлығы өсөн, Аҡ түткәйҙән ғәфү үтенергә тағы килә беҙҙең яҡҡа. Аҡ түткәйҙең намаҙ уҡығанын ҡыҙыҡ күреп, шул ваҡытта нимәлер эшләгән, тәһәрәтләнгән ҡулына сусҡа майы һөртөп этләшкән. Ләкин ул килгәндә Аҡ түткәй үлгән була. Өй бикле, Шәүкәттәр эштә булған. Шунан зыяратҡа киткән. Ҡалалағы һымаҡ, фотолары ҡуйылғандыр, тип ҡәберлектәрҙе эҙләп йөрөгән, тапмаған. Шәүкәттәр эштән ҡайтһа, был илап ултыра, ти. Алып бар мине ҡәберенә, ғәфү үтенәм, тип әйткән. Шәүкәт уға Аҡ түткәйҙең самауырын бирә, эсенә Тарҡазы мәтрүшкәләрен һала. Төнө буйына үҙҙәренең ауыр йәшәгәнен, үткәнен илай-илай һөйләп ултыра. Киткәндә Шәүкәткә адресын, телефонын ҡалдыра.
Мин ауылдан 1949 йылда киткәйнем. 1989 йылда пенсияға сыҡтым. Шул йылды иптәшем Басир Мәһәҙиевты Ленинградҡа геологтарҙың бер аҙналыҡ семинарына ебәрҙеләр. Мине лә, әйҙә барайыҡ, тип эйәртеп алып китте. Нина Ивановналарға барҙыҡ. Басирҙың тыуған көнө ине. Бала саҡты иҫләп һөйләшеп ултырҙыҡ. Инәкәй уларға, үҙегеҙ бәйләп кейегеҙ тип һарыҡ йөнөн биргәнен, Аҡ түткәйҙең уларҙан өйрәнеп, миңә йөндән оҙон салбар һымаҡ итеп колготки бәйләгәнен, шәрә тәнгә кейгәс, ҡысынып йөрөгәнде, башлығын яратып кейгәнде – һәм башҡа нәмәләрҙе хәтерләп ултырҙыҡ. Нина Ивановнаның ҡыҙы Наташа ла саҡырып алды. Ул беҙҙең яҡтағыса итеп тултырған тауыҡ, ваҡ бәлеш бешергәйне. Аҙаҡ Нина Ивановна үҙе лә Өфөгә килде. Беҙ баҡсаға китергә генә тора инек. Бер аҙна саф һауала рәхәтләнеп ял итте. Бына шулай яҡын туғандар кеүек булып бөттөк".