+14 °С
Облачно
VKOKTelegram

Ветерандарға ярҙам итәләр

Беҙҙең Талбазы лицейының «Бергә» ирекмән отряды уҡыусылары бик күп изге эш башҡара. Иң әүҙемдәре – Радмир Фәсиҡов, Егор Семёнов, Арыҫлан Хоҙайбирҙин, Камил Хәбибуллин, Рушан Келәүлин һәм Артём Кириллов. Ауылыбыҙҙа яңғыҙ йәшәгән ҡайһы бер ветеран һәм ололар беҙҙең ярҙам­ға мохтаж.

Ветерандарға ярҙам итәләрВетерандарға ярҙам итәләр
Ветерандарға ярҙам итәләр

Ирекмәндәрҙең уларға бер йыллыҡ даими ярҙам итеү планы бар. Акция мәлендә, миҙгел эштәре буйынса ла ярҙамлашалар. Яҙ айында йорт, тирә-яҡ, баҡса таҙартыу, иҫке әйбер­ҙәрҙе яңыртыу эштәре булһа, ҡышҡыһын өй янындағы ҡарҙы көрәйҙәр, утын әҙерләйҙәр. Бынан тыш, ирекмәндәр магазиндан аҙыҡ-түлек һәм дарыу килтереүҙе лә хәстәрләй.
Иҫтәлекле даталарҙа – 9 Май, Ватанды һаҡлаусылар һәм ветерандарҙың тыуған көндәрендә ҡотлау ойоштороуҙы ла онотмайҙар. Әле яңыраҡ әүҙем ирекмәндәр һуғыш ветераны, 101 йәшлек Шәриф Ғәҙи улы Мөсәғитовҡа ярҙам күрһәтте. Егеттәр иҫке ҡойманы һүтеп алдылар.
Иң мөһиме – ветерандың һәр һүҙе, һәр әйткәне илебеҙҙең онотолмаҫлыҡ тере тарихы икәнен яҡшы аңлай ирекмәндәр. Эш араһында оло кешенең һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңлап та йөрөй­ҙәр. Шулай итеп, улар ярҙам итеп кенә ҡалмай, файҙалы, кәрәкле мәғлүмәт тә туплай бит.



Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы лицейы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас