+14 °С
Облачно
VKOKTelegram

Легендаға әйләнгән тормош

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығы айҡанлы Өфө ҡалаһының 30-сы моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Еңеү паркына патриотик акцияға сыҡты. Акция Советтар Союзы Геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәм Александр Матросов иҫтәлегенә арналды.

Легендаға әйләнгән тормошЛегендаға әйләнгән тормош
Легендаға әйләнгән тормош

Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин 1921 йылдың 8 мартында тыуған һәм дә1944 йылдың 8 мартында, үз тыуған көнөндә, Днепр йылғаһының уң ярын, Берислав һәм Херсон ҡалаларын азат итеү өсөн һуғыштарҙа батырҙарса һәләк булған. Ә ун туғыҙ йәшлек Матросов Чернушки ауылы янындағы алышта мәнгелеккә ятып калған.
Паркка килеүселәр яҡташыбыҙҙың Александр Матросовтың батырлығын ҡабатлап, дошман дзотының амбразураһын күкрәге менән ҡаплауы тураһында белде.
Геройҙар иҫтәлегендә ҡатнашыусыларга рядовой Александр Матросов менән лейтенант Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың батырлығы тураһында листовкалар таратылды.


Роза МАРКИНА, китапханасы.
Евгения АҠБАШЕВА фотолары.

Легендаға әйләнгән тормош
Легендаға әйләнгән тормош
Легендаға әйләнгән тормош
Легендаға әйләнгән тормош
Легендаға әйләнгән тормош
Легендаға әйләнгән тормош
Легендаға әйләнгән тормош
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас