+30 °С
Ясно
VKOKМакс

Исеме мәңге хәтерҙә

Бик күп йылдар уҙһа ла, уның исемен онотмайбыҙ. Ҡарт олатайым Әбделвәли Ғәлиулла улы Ғәлиуллин 1908 йылдың 23 февралендә урта хәлле ғаиләлә тыу­ған. Атаһы мәрхүм булғас, биш кесе туғаны, апаһы һәм әсәһе менән генә тороп ҡалалар.

Исеме мәңге хәтерҙәИсеме мәңге хәтерҙә
Исеме мәңге хәтерҙә

1931 йылда уҡытыусылар әҙерләү курсын тамамлағас, ҡарт олатайымды Хөсәйен мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Уға Рысыҡай, Үткәл һәм Манышты ауылдарында ла уҡытырға тура килә. 1933 йылда алдынғы уҡытыусылар сафында Мәскәүҙә конференцияла ҡатнашыу бәхете тейә.
Ҡарт олатайыбыҙ 1941 йылда Сермән педагогия училищеһын ситтән тороп уҡып бөтә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, икенсе йылына әрмегә китә. Хәрби заводта эшләп, стахановсы исемен ала. Фронтҡа ул пулемётсы булып инә.
Әбделвәли олатай һуғышҡан дивизия, Балтик буйы илдәрен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашып, 1944 йылдың 17 октябрендә Германия сиген үтеп сыға. Кёнигсберг ҡалаһы янында ҡаты яралана. Был көндө уның пушкаһы биш немец танкыһын юҡ итә. Ошо алыштан һуң «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана.
Тыуған ауылына Әбделвәли олатайыбыҙ бер аяғын һуғышта ҡалдырып ҡайтып төшә. Мәктәптә яратҡан эшенә – балалар уҡытыуға тотона.
Улар Мәрғүбә өләсәйем менән ете бала тәрбиәләп үҫтерә (һуғышҡа алын­ған ваҡытта өс балаһы булған). Алтмыш биш йыл татыу ғүмер итәләр. Ҡарт олатайыбыҙ туҡһан бер йәшендә вафат булған.
Мин уның менән ғорурланам. Беҙҙең өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәй, Тыуған илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн көрәшкәндәр бит. Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Яугир ҡарт олатайымдың исеме лә мәңге хәтерҙә!

Рәхимйән ҒӘЛИУЛЛИН.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас