+30 °С
Ясно
VKOKМакс

Өс һуғышта ҡатнашҡан

Ил өҫтөнә ҡайғы килгәндә, халҡы уны үҙ иңендә бергәләп күтәрә. Бигерәк тә тыуған ерен һаҡлау – ир-егеттәрҙең өлөшөнә төшкән изге бурыс. 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының шауҡымы ҡағылмаған бер өй ҙә юҡтыр ул.

Өс һуғышта ҡатнашҡанӨс һуғышта ҡатнашҡан
Өс һуғышта ҡатнашҡан

Минең дә ҡарт ҡартатайым Фәйзрахман Ибраһим улы Аҡҡужин 1941 йылдың 25 июле Совет Армияһы сафына баҫа. Шул осорҙоң ябай бер ауыл уҙаманы була ул. Әммә ошо ябай яҙмыштарҙан илебеҙҙең бөйөк, данлы тарихы яҙылған. Ҡартатайым 1910 йылдың 16 авгусында йәмле Йылайыр районы Йомағужа ауылында тыуған. Ул белемле, уҡымышлы кеше булған. Ишембәт (хәҙер ул – бөткән ауыл) мәҙрәсәһендә уҡыған.
Фәйзрахман ҡартатайым запастағы һалдат булған, сөнки алдан Фин һуғышында, Япония менән хәрби бәрелештә ҡатнашҡан. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға ҡәҙәр ҡарт ҡартәсәйем Фәғиләгә өйләнә. Яуға киткәс, 148-се уҡсылар бригадаһында хеҙмәт итә. Илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәү өсөн барған 1941–1942 йылдарҙағы ҡаты бәрелештә ҡатнаша ҡартатайым. Уларҙың бригадаһы Мәскәүгә илткән төп юл – Волоколамск шоссеһын һаҡлай. Дошман бар көсөн юлды асыу өсөн йүнәлтә. Ҡанлы алыш барышында, 1942 йылдың декабрендә, ҡартатайым ауыр яралана – һул ҡулы эшлектән сыға. Ул демобилизациялана һәм запасҡа оҙатыла.
Хәрби госпиталдә дауаланып, тыуған ауылына ҡайтҡас, ҡартатайым башкөллө колхоз эшенә сума. Аралбай ауылында колхоз рәйесе, һуңынан бухгалтер, склад мөдире булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Фәйзрахман ҡартатайым менән Фәғилә ҡартәсәйем алты балаға ғүмер биреп, бөтәһен дә уҡытып, башлы-күҙле, үҙ халҡының кәрәкле ул-ҡыҙҙары итеп үҫтерә. 1974 йылда Фәйзрахман ҡартатайымдың йөрәге тибеүҙән туҡтай. Тик ул беҙҙең өсөн әле булһа тере – хәтеребеҙҙә һәм күңел түребеҙҙә бөгөн дә йәшәй ҡәҙерлебеҙ.
Фәйзрахман Ибраһим улы һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн күп кенә орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, тик балалары, олатай-инәйҙәрем уларҙы уйнатып, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәре бөгөн юғалған. Шулай ҙа «Германияны еңгәне өсөн» һәм бер нисә юбилей миҙалын үҙем дә тотоп ҡарап, әйтеп бөткөһөҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Һәм бөгөнгө барлығыма шөкөр итеп, ҡартатайыма оло Еңеү өсөн сик­һеҙ рәхмәтлемен!
Олатай-ҡартатайҙарыбыҙ, өләсәй-инәйҙәребеҙ үҙҙәренең ғүмерен аямай, ҡан ҡойоп, тоҙло йәшенә йыуып яулап алған Бөйөк Еңеүҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Данлы-шанлы тарих бит ул! Әлеге көндә барған махсус хәрби операция ла тиҙерәк туҡтаһын ине. Өмөтләнәм, өҙөлөп көтәм ғәзиз еремә тыныслыҡ килеүен. Теләмәйем әсәйҙәрҙең күҙ йәше тамыуын, атайҙарҙың ауыр көр­һөнөп башын баҫыуын! Өләсәйем, әсәйемдең ағайымды көтә-көтә уҡыған доғаһы һәм башҡа бик күптәрҙең күккә ялбарып күтәрелгән ҡулдары афәтте туҡтатыр пәрҙә булһа ине, тип теләйем! Ер шарын әйләнеп, йыһанға осҡан күркәм теләк – туҡтаһын һуғыш! Һәр саҡ булһын тыныслыҡ!!!

Зарифа БАҺАУВА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас