-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
9 Ғинуар 2019, 17:40

Йылы һүҙҙәре менән дә дауалай

Аҡ халатлыларҙы тылсым эйәләренә тиңләргә була. Ҡулдары, йылы һүҙҙәре менән дә шифа өрөүселәр айырыуса маҡтауға лайыҡ. Шундайҙарҙың береһе – 45 йылға яҡын ғүмерен балаларҙың һаулығын хәстәрләүгә бағышлаған юғары категориялы педиатр, 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының 3-сө бүлексәһе мөдире Татьяна Швец.

– Әсәйем Мечников институтында лаборант булып эшләне. Мин уның эргәһендә йыш ҡына була торғайным. Шулай бәләкәй саҡтан медицинаға яҡын булдым, табип булырға хыялландым, – ти ул бала сағын хәтерләп.
– Үҙ эшемде бик яратам. Шундай эшем булғанға ҡыуанып бөтә алмайым. Балалар менән аралашыу, уларҙың һауығыуын, ата-әсәләренең ҡыуанысын күреү – минең өсөн оло шатлыҡ. Мине һәр ваҡыт һәйбәт кенә кешеләр уратып алды. Бүлексәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙәремдән дә бик уңдым, – ти һаулыҡ һаҡлау ветераны.
Читайте нас: