Быйыл 19 сығарылыш синыф уҡыусыһы һынау тотто. Ә эштәрҙе һынлы сәнғәт фәне буйынса директор урынбаҫары, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Любовь Мәжитова етәкселегендә абруйлы жюри баһаланы. Улар – Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы доценты, профессор, гимназияның элекке сығарылыш синыф уҡыусыһы Валерий Мельников, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты деканы, профессор Әмир Мәжитов, Өфө дәүләт нефть техник университетында иҡтисад һәм сервис институтының дизайн һәм сәнғәт фәне кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Елена Ҡотлоярова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, гимназияның һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Зимфира Ғәлимовалар.