Йәғни атайҙар балаларын үҙҙәренең эш урыны менән таныштырырға, экскурсия үткәрергә тейеш ине. Был сара, беренсенән, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле булһа, икенсенән, һөнәр һайлағанда ярҙам итә, шулай уҡ атай абруйын да күтәрә.
Акцияға күп ойошмалар һәм учреждениелар ҡушылды. Ул 14 июндән ай аҙағына тиклем дауам итәсәк. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Рамаҙан да атаһы – Ғәзиз Йосоповтың эшенә – Башҡортостандағы стратегик тикшеренеүҙәр институтына барған (һүрәттә).
– Атайымдың эш урыны бик оҡшаны. Хеҙмәттәше, IT белгесе, компьютер тураһында һөйләне. Мин унан виртуаль ысынбарлыҡ хаҡында ла һораштым, күп яңы мәғлүмәт белеп ҡалдым. Атайым менән эшендәге ашханала һыйландыҡ, – тип ҡыуана малай.