Юғары иҡтисад мәктәбе проректоры, «Мин – профессиональ» олимпиадаһы проекты етәксеһе Валерия Касамара үҙе улар өсөн лекция уҡыны. Был олимпиада тураһында ишеткәнегеҙ юҡ инеме әллә? Ул юғары уҡыу студенттары өсөн бына өсөнсө йыл үткәрелә. Киләсәктә үҙ һөнәреңдең оҫтаһы булып, оҡшаған эш урыны табып, уңышҡа өлгәшәм, тиһәң, был проектта ҡатнашырға кәрәк. Ойоштороусылары – илдең 26 юғары белем биреү йорто, 300-ҙән ашыу эш биреүсе партнёрҙар.