-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
10 Июль 2020, 14:40

Уҡырға ҡайҙа барырға?

Башҡорт дәүләт университеты Башҡорт дәүләт университетында ҡабул итеү комиссияһы 19 июндән эшләй, ә ситтән тороп уҡырға инергә теләүселәрҙең документтары 1 апрелдән үк ҡабул ителә башланы.

Әлеге йылда уҡыу йорто бакалавриатҡа һәм белгеслеккә 196 йүнәлеш буйынса студенттарҙы йыя, магистратураға – 129, аспирантураға – 74, урта һөнәри белем биреү буйынса – 26. Үткән йыл менән сағыштырып ҡарағанда, ҡаҙна урындары 600-гә күберәк һәм 2 мең 967 урынды тәшкил итә. Шуларҙың 1 мең 222-һе – бакалавриат һәм белгеслеккә, 631-е – магистратураға. Өҫтәүенә, былтыр ҡаҙна урындары булмаған ҡайһы бер йүнәлештәргә ҡаҙна урындары бирелеүе ҡыуаныслы. Улар – биоинженерия һәм биоинформатика, психология, хеҙмәт эшмәкәрлеге психологияһы, философия, реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш, халыҡ-ара бәйләнеш, нәшриәт эше, журналистика буйынса.

БДУ-ға инергә теләһәң, уның сайтындағы абитуриенттың шәхси кабинетына теркәлергә кәрәк. Электрон рәүештә документтарҙы ҡабул итеү барышы ҡабул итеү комиссияһы бүлегендә урынлаштырылған.

Уҡыу йортона инеү буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты +7 (347) 229-97-21, +7-987-029-97-21, +7-986-700-97-21 телефондары, [email protected] электрон почтаһы аша, шулай уҡ ҡабул итеү комиссияһының социаль селтәрҙәрендә табырға мөмкин. БДУ-ның сайты: https://www.bashedu.ru/ru, «Бәйләнештә» селтәрендә төркөмө: https://vk.com/priemkabashgu, бакалавриатҡа һәм белгеслеккә ҡабул итеү планы: https://pk.bashedu.ru/plan-priema, магистратураға ҡабул итеү планы: https://pk.bashedu.ru/plan-priema-mag.

Башҡорт дәүләт медицина университеты
Был юғары уҡыу йортонда ҡаҙна урынына 696 абитуриент алынасаҡ, шуларҙың 472-һе – республикабыҙҙыҡылар өсөн маҡсатлы йүнәлтмә буйынса. БДМУ-ның ректоры Валентин Павлов билдәләп китеүенсә, сығарылыш синыфы уҡыусыһына маҡсатлы йүнәлтмә алыу өсөн районындағы дауалау учреждениеһының баш табибына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тик юғары уҡыу йортон тамамлағас, килешеү буйынса шул дауаханала өс йыл эшләргә тура киләсәк. Уны үтәмәгән осраҡта уҡыу өсөн киткән аҡсаны кире ҡайтарыу талап ителә. Өфөнөң дауалау учреждениелары маҡсатлы йүнәлтмә буйынса программала ҡатнашмай.

Быйылдан яңы һөнәр буйынса махсуслашыу башлана, бакалавриатта – «Һаулыҡ һаҡлауҙа социаль эш», магистратурала – «Биология»нан. БДМУ-ның матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, был һөнәрҙәр коронавирус пандемияһы осоронда киң ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Был уҡыу йорто тураһында бөтә мәғлүмәттәрҙе ошо һылтанма www.priem.bashgmu.ru буйынса алырға мөмкин. Һорауҙарығыҙ булһа, эш көндәрендә күп каналлы «ҡыҙыу бәйләнеш»кә +7 (347) 268-02-28 шылтыратығыҙ.

Өфө дәүләт авиация техник университеты
Өфө дәүләт авиация техник университетында ҡаҙна урындары күпмерәк икән, тиһегеҙме? Бакалавриатҡа һәм белгеслеккә – 1 мең 467, магистратураға – 518, махсус урта һөнәри белем биреү буйынса – 535. Уҡыу йорто бакалавриат һәм белгеслеккә – 48, магистратураға – 39, аспирантураға – 19, махсус урта һөнәри белем биреүгә 13 йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләй.

Башҡа уҡыу йорттарынан айырмалы рәүештә, абитуриенттар өсөн «Поступи в УГАТУ» тигән мобиль ҡушымта эшләнгән. Инде хәҙер сайтта, ҡабул итеү комиссияһы телефоны буйынса ғына түгел, мәғлүмәттәрҙе ошонан ғына алырға була. Ҡушымтаның инфейсы ла бик уңайлы, ҡыҙыҡһындырған белгеслеккә үтеү балдары, уҡыу формаһы, йәшәү урыны, белем кимәле буйынса эҙләргә ярҙам итә. Уны Goole Play-ҙан ҡуйып алырға була.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты

Уҡыу йорто 121 белем биреү программаһы буйынса абитуриенттарҙы ҡабул итә. Яңы уҡыу йылына 1 мең 697 студент ҡаҙна иҫәбенә алынасаҡ.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ сайты: https://bspu.ru/. Унда ингәс, «Документтарҙы тапшырырға «Ҡыҙыу бәйләнеш» 287-99-99», «Абитуриенттың шәхси кабинеты», «Сит ил абитуриентына» бүлектәре күренә. Белем кимәлеңә ҡарап, унда теркәлергә һәм документтарыңды тапшырырға кәрәк.

Ҡабул итеү комиссияһының +7 (347) 287-99-99 телефоны буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш»е эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 5-кә тиклем эшләй. Һорауҙарҙы «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә https://vk.com/­bspu.abitur, гугл-форма https://docs.google.com/forms/d/­1O1OFrMH88M-bmTWgg0uIenfT6DxIHWcvT­raOaZ1sXvo/edit, [email protected] электрон почтаһы аша, ҡабул итеү комиссияһының онлайн-чатында ла бирергә мөмкин.

Өфө дәүләт нефть техник университеты
«Өфө дәүләт нефть техник университетына документтарҙы тапшырыр өсөн абитуриенттың шәхси кабинетын ҡулланырға кәрәк. Һайлаған йүнәлешеңә ҡарап, документтар исемлеге бакалавриат һәм белгеслек, магистратура, аспирантура һәм махсус урта һөнәри белем биттәрендә урынлаштырылған. Бөтә документтарҙы тулыһынса алғас ҡына ҡабул итеү комиссияһы һеҙҙе конкурста ҡараясаҡ», – тип хәбәр ителә уҡыу йортоноң сайтында (http://rusoil.net). Бөтә һорауҙарығыҙға яуапты +7 (347) 242-08-59 телефоны йәки [email protected] электрон почтаһы аша алырға була.

Башҡорт дәүләт аграр университеты

Был уҡыу йортонда бакалавриат һәм белгеслеккә көндөҙгө уҡыу бүлегенә 513 ҡаҙна урыны бүленгән, ә ситтән тороп белем алыуға – 280, магистратураға көндөҙгө уҡыу бүлегенә – 157, унда ситтән тороп уҡыуға – 75, аспирантураға – 23.

Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инеү буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте уҡыу йортоноң https://www.bsau.ru/Abitur/ сайтында алырға була. Белешмәләр өсөн телефондар: +7(937)340-45-00, +7(347)216-46-42. Электрон почтаһы: prkombgau@­mail.ru.


Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Читайте нас: