+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
21 Май 2021, 11:36

Һынауҙарҙы үтә бел

Белемле кешенән мәғрифәт нуры таралып, яҡтылыҡ бөркөлөп тора бит ул. Һеҙ нисектер, хөрмәтле уҡыусылар, әммә минең күңелем һәр саҡ шундайҙарға тартыла.

Ә белем серҙәрен мәктәптә уҡыусыларға уҡытыусы аса. Башланғыс синыфтарҙан башлап һеҙҙе остаздарығыҙ серле донъя асҡыстарын эҙләргә, хыял диңгеҙҙәренең иң ҙурҙарын күрергә әйҙәй башлай. Йылдан-йыл уҡыусы күңеленә юғары маҡсаттар һала барған уҡытыусылар балаларға биргән белемде тикшереү өсөн имтихандар үткәрә. Һынауҙы ниндәйҙер ҡурҡыныс бер алым һымаҡ ҡабул итеүселәр ҙә була. Ә ысынында иһә ул – байрам ғына! Тағы ла киңерәк, ҙур ғилемгә юл асыусы тантаналы сара, тип әйтер инем. Нәҡ ошонда һин алған белемдәреңде тикшерәһең, үҙеңде ныҡлыҡта һынайһың, хәтереңде барлайһың, мейеңде тағы ла шәберәк эшләтәһең.
Кешелек донъяһының өс асышы иғтибарҙы йәлеп итә – ул да булһа, ут, тәгәрмәс һәм банк системаһы. Бына шул ут (йылыныр өсөн дә, ашарға бешерер өсөн дә кәрәк булған), тәгәрмәс (тәгәрмәсһеҙ машиналар ҙа йөрөмәй), банк системаһы (аҡсаһыҙ шулай уҡ әлеге көндә бер ни ҙә алып булмай, халыҡ телендә әйткәндә, ҡыл да ҡыбырлатып булмай) тураһында үҙе бер айырым мәҡәлә яҙып була. Кешелек донъяһының үҫешен ғилем донъяһынан башҡа күҙ алдына килтерелеүе лә ауыр. Шуға ла тырышып, кеше өсөн дә, атайың һәм әсәйең өсөн дә түгел, ә үҙең өсөн ғилем эстәп, имтихандарыңды үҙ көсөң менән биреп, буласаҡ һөнәреңде лә йөрәгең ҡушыуы буйынса ғына һайларға кәрәк. Кемдәрҙер йылдар дауамында шулай тырышып уҡып, олимпиадаларҙа ҡатнашып, мәктәптә лә, унан тыш та уҙғарылған төрлө тәрбиәүи, фәнни, мәҙәни, спорт буйынса ла үткәрелгән сараларҙа ҡатнаш­һа, бигерәк тә отошло буласаҡ. Тәрбиә менән белем алыу системаһы йәнәшә, хатта ниндәй­ҙер кимәлдә, тәрбиә алдараҡ та барыр­ға тейеш, тиер инем. Әгәр ҙә һин тәрбиәле уҡыусы икәнһең, дәүләт имтиханын да уңышлы бирерһең (ул һинең бе­лем кимәлен һынау сис­темаһы ғына), ә тормош имтиханы бөтөнләй икенсе. Шуға тәрбиәле бул­һаң, йәшәйештең төп имтихандары алдында ла баҙап ҡалмаясаҡһың. Шуны онотма, уҡыусым! Дәүләт имтиханы – хатта һинең алған белемеңде робот кеүек автоматик рәүештә баһалаусы ғына, шуға уның өсөн артыҡ борсолмай, әкренләп, сис­темалы рәүештә әҙерләнә барырға ғына кәрәк. Уңышлы итеп тапшырып, үҙеңдең хыялдарыңа табан ҡанатланып осор­ҙай булып, теләктәреңә ирешергә тейешһең. Һеҙҙең маҡсат, уҡыусылар, киләсәгегеҙ өсөн үҙегеҙҙе матди яҡтан да, рухи яҡтан да бөтөн итерҙәй һөнәр һайлау! Нәҡ шул үҙегеҙ хыял иткән һөнәргә уҡыр өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары бирергә кәрәк тә инде.

Имтихандар, үткән йылдағы кеүек, коронавирусты иҫкәртеү сараларын иҫәпкә алып уҙғарыласаҡ. Балалыҡ йылдары, үҫмерлек осоро – иң күңелле саҡ. Шуның ҡәҙерен белегеҙ! Имтихандарға ла ең һыҙғанып әҙерләнегеҙ, уйынды ла онотмағыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙгә йорт-ҡура эштәрендә ярҙам итегеҙ. Эшләп, ғөмүмән, хеҙмәт тәрбиәһе лә алып үҫһәгеҙ, киләсәктә һеҙҙе бер ниндәй ҙә имтихандар баҙатмаҫ, барлыҡ мәсьәләләр еңел генә сиселер, күнегеүҙәр күнеп, һынып ҡына торорҙар. Ә үҙегеҙ йырлап ҡына йәшәрһегеҙ! Киләсәктә ғилемле лә, һөнәрле лә, ырыҫлы ла, бай ҙа булыуығыҙҙы теләйем.

Наҡыя ИСҠУЖИНА,

филология фәндәре кандидаты.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: