+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
29 Декабрь 2021, 15:20

Ниндәй һөнәр һайларға белмәйһеңме?

Киләсәккә ниндәй һөнәр һайларға? Күңелгә ятҡанынмы? Аҡсалыһынмы? Атай-әсәй кәңәш иткәненме? Уҡыусыларҙың күбеһен борсой был һорау. Үҙегеҙгә файҙалы кәңәштәр алырға, һөнәр һайлау буйынса тест үтеп ҡарарға, яңы һөнәрҙәр тураһында күберәк белергә теләһәгеҙ, "Команда будущего Республики Башкортостан" тигән сайтҡа инегеҙ.

Ниндәй һөнәр һайларға белмәйһеңме?
Ниндәй һөнәр һайларға белмәйһеңме?

https://komanda-rb.ru/ сайтында "Атлас новых профессий" тигән бүлек тә бар. Унда алдағы 10-15 йылға иң кәрәкле һөнәрҙәр исемлеге төҙөлгән. 

Ә тест үтеү өсөн сайтта теркәлергә кәрәк. Үҙегеҙгә ниндәй һөнәр нығыраҡ тура килгәнен тикшереп ҡарағыҙ, дуҫтар. 

Нимәгә һәләтлеһең, ҡайһы өлкә күңелеңә яҡын, оҡшай - һөнәр һайлағанда ошоларға иғтибар итергә кәрәктер, шулай бит? Киләсәккә һайлаған һөнәрең буйынса уңышҡа өлгәшер, эшеңде яратып башҡарыр, хеҙмәтеңдән йәм табыр өсөн.

Фото: orenmama.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: