+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
22 Апрель 2022, 14:10

Ниндәй һөнәр һайларғамы?

Өфөләге "Рәсәй - минең тарихым" тарихи паркында һөнәрҙәр буйынса "Киләсәк лабораторияһы" тигән мультимедия күргәҙмә асылды. Ул "Мәғариф" милли проектына ҡараған "Киләсәккә билет" федераль проектының бер өлөшө булып тора.

Ниндәй һөнәр һайларғамы?
Ниндәй һөнәр һайларғамы?

VI - XI синыф уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән «Киләсәк лабораторияһы» күргәҙмәһе квестарҙан тора. Һәр уҡыусы 30-ҙан ашыу һөнәри тармаҡ һәм 300-ҙән ашыу һөнәр менән танышыу мөмкинлегенә эйә. Шул рәүешле үҙеңә тап килгән һөнәрҙе һайларға була. Проект бик ҡыҙыҡлы: унда ҡатнашыусы уҡыусылар һөнәри йүнәлеш биреү диагностикаһын үтә, үҙҙәрен теге йәки был һөнәрҙә һынап ҡарай ала.

Фото: https://pravitelstvorb.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: