+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Журналист һөнәрен һайлауым туранан-тура "Башҡортостан пионеры"на бәйле", - ти Гөлдәриә Йосопова

Ҡәҙерле уҡыусылар, гәзитебеҙгә яҙышып торған йәш ҡәләм тибрәтеүселәр, буласаҡ журналистар! Был интервью һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ: cөнки һүҙебеҙ тап ошо һөнәр тураһында буласаҡ. Әңгәмәсебеҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт һәм матбуғат хеҙмәткәре, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең баш белгесе Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы Йосопова. Ул «Башҡортостан пионеры» – хәҙерге «Йәншишмә» гәзитенең элекке йәш хәбәрсеһе, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, 32 йыл ғүмерен Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһына бағышлаған үҙ һөнәренең оҫтаһы. Быйыл «Киләсәккә хат яҙам» тип аталған тәүге шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡты. Проза әҫәрҙәре лә ижад итә

"Журналист һөнәрен һайлауым туранан-тура "Башҡортостан пионеры"на бәйле", - ти Гөлдәриә Йосопова
"Журналист һөнәрен һайлауым туранан-тура "Башҡортостан пионеры"на бәйле", - ти Гөлдәриә Йосопова

– Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы, беҙ совет осоро балалары бит инде, мәктәп йылдарың нисек иҫтә ҡал­ған?
– Бала сағым бөгөнгөләй күҙ алдымда. Беҙҙең Фёдоровка районы Бала Сытырман ауылы ул ваҡытта бөтә Рәсәйҙә билдәле булған Пугачёв совхозының үҙәге ине. 60-сы йылдарҙа уҡ ике ҡатлы, үҙәкләштерелгән йылытыу системаһы, бөтә уңайлыҡтары булған шундай яҡты мәктәп һалдыралар. Уҡыусылар күп ине: дүртәр параллель синыф булды, хәҙер ҡайҙа инде, бер синыфҡа саҡ балалар йыялар. Беҙ­ҙең Салауат Юлаев исемен йөрөткән пионер дружинаһы ла көслө ине. Пионер, комсомол тормошо ҡайнап торҙо. Дружина советы ултырыштары исем өсөн генә үтмәй ине. Унда уҡыу сифатын, насар уҡыусыларҙы тикшерәбеҙ: ни өсөн «икеле» алған, ни өсөн тәртип боҙған, кем дәрестән ҡасып ҡайтҡан? Күрәһең, бына шулай алдынғы уҡыусылар­ҙың башҡаларға иғтибары ниндәйҙер өлгө биргәндер, йоғонто яһағандыр. Бишенселә уҡығанда бер синыфташымды шефлыҡҡа алғайным, уға математика ауыр бирелә ине. Ярҙам итеүҙе бурысым тип һанағанмын инде. Көн һайын өйөнә барып, дәрес әҙерләшәм. Шунан «дүртле»гә өлгәшә башланы.
– Район, республика сараларын­да әүҙем ҡатнаша инеңме?
– Эйе, мәктәптә, район кимәлендә бер саранан да ҡалманым, тиергә мөмкин. Йыл һайын 19 майҙа Пионерия көнөнә арналған слёттар, ә комсомолға ингәс, кәңәшмәләр үтә ине. 1981 йылда республика кимәлендә үткән пионерҙар слётында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Райондан өс уҡыусы барҙыҡ. Ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ сара булды ул. Ҙур шәхестәр менән осраштыҡ. БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе Фәйзулла Солтановтың сығышы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, БАССР-ҙың ат­ҡаҙанған уҡытыусыһы Лира Камалова менән осрашыу хәтергә уйылып ҡалды. Миңә тағы Өфө янындағы бер лагерҙа комсомол секретарҙарының республика слётында бар Башҡортостандан йыйылған тиҫтерҙәр менән аралашыу, мәктәп тормошонан яңылыҡтарыбыҙ менән уртаҡлашыу мөмкинлеге булды.
– Гәзит-журналдар менән дуҫлығығыҙ нимәнән башланды?
– I синыфта уҡығанда атай-әсәйем миңә «Башҡортостан пионеры»н яҙҙырҙы. Баҫманы ҡулға алғас, минең өсөн гәзит килгән, тип шул тиклем аптыраным. Унда балаларҙың мәҡәләләре баҫылған, аҫтына исем-фамилиялары яҙылған бит инде. Хатта 5 – 6 йәшлектәрҙең һүрәттәре бар. Атай-әсәйемдән, нисек улар гәзиттә сыҡҡан ул, бының өсөн Өфөгә барғандармы, тип һорайым, минең дә үҙ исемемде күргем килә, тим. I синыфта уҡ шундай теләк уянды. Эйе, бала саҡта атайым һымаҡ агроном һөнәре, география, тау-таштар менән дә ҡыҙыҡһындым. Әммә журналистика тәүмаҡсат булды. Әйткәндәй, математикаға ла шәп булдым, мәктәпте тамамлағанда «математика һәм әҙәбиәт буйынса юғары уңыштары өсөн» тип яҙылған Маҡтау ҡағыҙы тапшыр­ғайнылар. Уҡытыусым математиканы һайларға кәңәш бирһә лә, журналист булыу теләге еңде.
Әле Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияла уҡыған Әмир улым «XX быуат уҡыусыһы ниндәй гәзит-журнал уҡыған?» тигән темаға проект эше яҙып, I урын алды. Материалдар менән ярҙам иттем, элекке һарғайып бөткән гәзиттәрем дә бар.
Бала саҡта «Башҡортостан пионеры» биргән – «Йәш хәбәрсе», «Ленинец» гәзитендә Йәш журналистар мәктәбен тамамлауым тураһында танытмаларҙы ҡәҙерләп һаҡлайым.
Әсәйемдәр гәзит-журналды күп яҙҙыра торғайны. Хатта бер ваҡыт ғаиләбеҙ матбуғат баҫмаларын алдырыу буйынса районда беренсе урын алды. Үҫә төшкәс, «Журналист» тигән журналды ла яҙҙырҙыҡ, ҡыҙыҡһынып уҡып барҙым, төпләнмәләре һаман һаҡ­лана.
– Тимәк, журналист булыу – бала саҡ хыялы?
– Эйе. Журналист һөнәрен һайлауым «Башҡортостан пионеры» менән туранан-тура бәйле. Ул беҙҙең өсөн тиҫтерҙәребеҙ менән аралашыу майҙаны ла булды. Бер юлын ҡалдырмай башынан аҙағынаса уҡый инем. Тиҫтерҙәремдең шиғырҙары, һүрәттәре, хикәйәләр, мәҡәләләр – береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай тор­ғайны. Шул тиклем сағыу, матур баҫма булып иҫтә ҡалған. Тыуған илгә, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүсе, балаларҙы ойоштороусы, өлкән тормошҡа әҙерләүсе ролен дә үтәгән ул. Хәтеремдә, мәктәп­кә производство алдынғылары, һауынсылар, игенселәр осрашыу­ға килә торғайны. Мин шулар тураһында яратҡан гәзитемә яҙып ебәрәм.
«Башҡортостан пионеры» үткәргән ижади конкурстарҙа ихлас ҡатнаштым. Ҡатнашаһың икән, мотлаҡ еңергә тырышаһың, ҡасан мәҡәләм сығыр инде, ҡасан йомғаҡ яһарҙар, тип сәмләнеп кө­тәһең. Ә еңеүсегә Почёт грамотаһы һәм мотлаҡ берәй яҙыусының автографлы китабы ебәрелә. Уны мәктәптә тантаналы линейкала тапшыралар. Редакцияға рәхмәт: йәш хәбәрселәр менән даими бәйләнеш булдырып, беҙҙе хуплап, йәш хәбәрсе танытмаһы биреп, хатта уҡырға ингәндә лә хәстәрләп торҙолар. Балалар гәзите, ысынлап та, журналистика өсөн буласаҡ кадрҙар­ҙы әҙерләүҙә ҡатнаша, тип һис икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин. Әле баш­ҡорт журналистикаһының йөҙө, алдынғы журналистары беҙ, йәш хәбәрсе­ләр, тибеҙ икән, тимәк, гәзит үҙенең кәрәклеген тулы­һынса аҡлаған, маҡсатына ирешкән.
– Телевидение журналисы булырмын, тигән уй була торғайнымы?
– Радиоға, «Пионер осҡоно» тапшырыуына ла хәбәрҙәр ебәрә инем, эфирҙа уҡыйҙар ине. Бәлә­кәйҙән радио тыңларға яраттым. Урыҫса булһа ла, бер һүҙен дә аңламаһам да, тыңлай торғайным. Матур шиғырҙар, йырҙар яңғырағанын күңелем менән той­ғанмын инде. 70-се йылдарҙа ауылға телевидение килде. Гәзит үҙе бер мөғжизә, әммә уны ҡулға тотоп уҡып була, ә телевидение бөтөнләй икенсе: көтөп алып ҡына ҡарайһың. Бигерәк тә йән­һүрәттәр, әкиәттәр, балалар өсөн башҡортса «Йәйғор», «Кү­ңелле станциялар» тигән тапшырыуҙар оҡшай ине. Наилә Ғәләүетдинова алып бара. Радио, тележурналист булам, тип уйламаһам да, ынтылыш булғандыр. Гел ҡыҙыҡһындым, тик буй етмәҫлек мөғжизәле бер донъя кеүек күренә торғайны. Киләсәктә ошо өлкәлә эшләйәсәгемде тойомлау булғандыр барыбер. I курсҡа уҡырға ингәс, «Башҡортостан пионеры» гәзитенең баш мөхәррире Сафуан Әлибаевты, хәбәрселәр Рәмил Йәнбәковты, Зөһрә Ҡотлогилдинаны, студенттар Зәки Әлибаев, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева һәм мине телевидениеның балалар өсөн тапшырыуҙар редакцияһы тапшырыуға саҡырҙы. Рим Хәсәнов та килгәйне. Ул «Башҡорт­остан пионеры» тигән йырын фортепьянола уйнап башҡарғайны. Мин шиғырымды уҡыным.
– Мәскәү дәүләт университетына күсеүегеҙ нисегерәк булды?
– БДУ-ның III курсынан һуң 1987 йылда Мәскәү дәүләт университетына күсерҙеләр. Ул ва­ҡытта КПСС Үҙәк Комитетының милли журналистиканы үҫтереү буйынса 1975 йылда сыҡҡан ҡарары бар ине. Шуның буйынса милли республикаларҙан алдын­ғы студенттарҙы үҙәк юғары уҡыу йорттарына уҡырға ебәрә торғайнылар. БДУ-ға ингәндә үк журналист булыу теләге менән килгәйнем. Бала саҡтан маҡсатыма ирешәм тип, бер йүнәлештә бар­ҙым, уҡыным, яҙыштым. Әйткән­дәй, район гәзитенә урыҫса яҙа торғайным. 32-се йыл инде жур­налис­тикаға тоғромон. Практиканы «Ленинец» һәм «Совет Баш­ҡортостаны» гәзиттәрендә үткәйнем. Әммә уҡып бөткәс, Башҡортос­тан радиоһына ҡайттым. Шул йылдарҙа радио тура эфирға күсә башланы. Уға тиклем һауа торошо, концерт номерҙары, яңылыҡтар ғына тура эфирҙа уҡыла ине. Рәмис Дәүләтбаев, Ришат Миндиәровтар менән «Даирә» тигән тапшырыу астыҡ. Шулай итеп, тура эфир буйынса пионер­ҙар булдыҡ. 1995 йылда телевидениела иртәнге тапшырыу булдырыу тураһында һүҙ сыҡҡас, мине шунда саҡырҙылар. Радиола эшләгәндә телевидение хыялыма әйләнә башлағайны, сөнки күреп торам: журналистар радиола тәжрибә туплайҙар ҙа телевидениеға күсәләр. Беҙҙә телевидениеға кадр­ҙарҙы радио әҙерләй, тигән инаныс та бар. Шулай итеп, «Сәләм» тапшырыуы барлыҡҡа килде. Рубрикаларын, темаларын уйланыҡ. Үҙемде өлгөрөп еткән жур­налист итеп тойоп, бөтә көсөмдө һалып эшләй башланым.
– Тележурналист булырға хыял­ланған уҡыусыларға ниндәй кә­ңәштәр бирер инегеҙ?
– Журналист булырға теләгән үҫмерҙәр бар икән, уларға был маҡсатҡа ирешергә ынтылырға, журналистика тураһында китаптар уҡырға кәрәк. Студенттарға белем бирәм. Хәҙер йәштәрҙең күбеһе радио тыңламай, телевизор ҡарамай, яңылыҡтарҙы интернеттан ғына беләбеҙ, тиҙәр. Был төптө дөрөҫ түгел, сөнки унда мәғлүмәттәр күп, һайлап алыуы ҡатмарлы, ә рәсми каналдар дөрөҫ, тикшерелгән мәғлүмәт бирә. Әлеге ваҡытта нимә тура­һында, ниндәй тапшырыуҙар ба­ра, ниндәй билдәле журналистар, хәбәрселәр, дикторҙар эшләй – белергә, уларҙан өйрәнергә. Бөгөнгө телевидение журналисы бер нисә вазифаны башҡара: тексын да яҙа, тапшырыу ҙа алып бара, ҡайһы берҙә теманы ла үҙе эҙләй. Шуға күрә был һөнәргә һәр яҡлап әҙерлек талап ителә: бөтә фәндәрҙән тырышып уҡыр­ға, әҙәбиәтте, тарихты һәйбәт бе­лергә тейешһең.
Беҙҙә яңы эшкә килеүсе йәштәргә, Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторы кем, тигән һорау биреү йолаға әйләнгән. Рәсимә Сәғит ҡыҙы Кәримова – ул тәүге дикторыбыҙ. Ми­ңә радиола уның менән бергә эшләп ҡалыу бәхете тейҙе, диктор булып күскәйне. Рәсимә Кәримова шундай юғары мәҙәниәтле, мәғлүмәтле, кешегә ихтирамлы, итәғәтле, баҫалҡы холоҡло, алсаҡ апай булды. Китап уҡырға ярата ине. Эфир араһында гел уҡый, эргәһендәге хеҙмәттәштәренә йөкмәткеһен һөйләп, автор тураһында яңылыҡтарын еткереп ултыра торғайны. Күрәһең, телмәрен шымартып, һүҙ байлығын арттырыу өҫтөндә шулай эшләгәндер, тип уйлайым. Тапшырыу­ҙарҙы ике телдә лә алып бара ине. Милләтебеҙҙең ғорурлығы ул Рәсимә апай.
Бына шулай журналист күп белергә, мәғлүмәтле, мәҙәниәтле булырға тейеш. Микрофон тотоп, интервью алырға йүгерергә сослоҡ, етеҙлек тә талап ителә. Һаулығы ныҡлы, һәр иртәлә үҙен яҡшы тойған кеше булырға тейеш журналист.
– Ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы. Тын­ғыһыҙ эшегеҙҙә һәм ижадығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.

"Журналист һөнәрен һайлауым туранан-тура "Башҡортостан пионеры"на бәйле", - ти Гөлдәриә Йосопова
"Журналист һөнәрен һайлауым туранан-тура "Башҡортостан пионеры"на бәйле", - ти Гөлдәриә Йосопова
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: