+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
9 Сентябрь 2022, 13:23

Кем булырға,ниндәй һөнәр һайларға?

"Мәғариф" милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған "Киләсәккә билет" проекты тураһында һаман да белмәүселәр барҙыр, бәлки. VI - XI синыф уҡыусыларына һөнәр һайларға йүнәлеш бирә ул. Быйыл проектта яңы программалар ҙа будырылған. 

Кем булырға,ниндәй һөнәр һайларға?
Кем булырға,ниндәй һөнәр һайларға?

"Киләсәккә билет"тың яңы һанлы платформаһына https://bvbinfo.ru/ рәхим итегеҙ. Уҡыусылар ғына түгел, атай-әсәйҙәр ҙә улар менән бергәләп тест үтеп ҡарай ала. Платформала үҙеңә ниндәй һөнәр тура килгәнен тикшереп була. Төрлө һөнәрҙәрҙең нескәлектәре менән танышырға мөмкин.  Ысынлап та, һин ҡыҙыҡһынған һөнәр һиңә тура киләме, быны ла асыҡларға була. Теге йәки был профессияла үҙеңде һынап ҡарарға ла мөмкинлек бар сайтта. 

Ҡыҫҡаһы,  https://bvbinfo.ru/ сайтында теркәлеп, үҙегеҙ барыһын да һынап ҡарағыҙ.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: