Был - Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәгенең Өфө радиоэлектроника үҙәге менән берлектәге проекты. Пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итеү инженеры - бөгөн көн һәм киләсәк һөнәре.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин төбәктең йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге эшмәкәрлеге менән танышҡан.
Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса "Үҫеш нөктәһе" үҙәктәрендә шулай уҡ 5 мең уҡыусы пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәнә.
Фото: bashinform.