+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
15 Июнь 2023, 16:27

Һөнәр һайларға ярҙам итәсәктәр

25 июндә "Һайлау көнө" онлайн фестивале үтәсәк. Унда ҡатнашыу бушлай, теркәлергә генә кәрәк. 

Һөнәр һайларға ярҙам итәсәктәр
Һөнәр һайларға ярҙам итәсәктәр

Был сара V-XI синыф уҡыусылары өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ. Һөнәр һайлау менән бәйле көнүҙәк темаларға оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. 

Фестивалдә илдең алдынғы юғары уҡыу йорттары вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ һәм ҡабул итеү шарттары тураһында һөйләйәсәк. 

Ата-әсәләр өсөн айырым оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ. Алдан https://events.maximumtest.ru/1  сайтында теркәлергә кәрәк. Теркәлеү үткән һәр кем һөнәр һайлау тураһында интерактив материалдар аласаҡ.

Фестиваль 25 июндә Мәскәү ваҡыты менән 10.00 сәғәттә башлана.

Фото: mintrud.bashkortostan.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: