+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
6 Сентябрь 2023, 16:46

Дәрестәр һөнәр һайларға ярҙам итәсәк

Илебеҙ мәктәптәрендә "Рәсәй - минең офоҡтарым" берҙәм һөнәри йүнәлеш биреү моделе индерелә. Кесаҙна һайын дәрестәр үтәсәк. Иртәгә, 7 сентябрҙә, тәүгеһе була. 

Дәрестәр һөнәр һайларға ярҙам итәсәк
Дәрестәр һөнәр һайларға ярҙам итәсәк

Дәрестәр VI - XI синыфтар өсөн тәғәйенләнгән. Материалдар - Киләсәккә билет һанлы платформаһында. 

Беренсе дәрестә уҡыусылар һәр кеше тормошонда хеҙмәттең мөһимлеге, илебеҙ иҡтисады тармаҡтары, шулай уҡ теге йәки был һөнәр өсөн кәрәкле сифаттар тураһында беләсәк.

Дәрестәр ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булмаҡсы. Үҙеңә ниндәй һөнәр тура килгәнен тест үтеп белергә, үҙеңә оҡшаған һөнәрҙә үҙеңде онлайн һынап ҡарарға мөмкин.

"Рәсәй - минең офоҡтарым" курсы 34 дәрескә иҫәпләнгән. Һәр береһе айырым йәш төркөмөнә тәғәйенләнгән. Уҡыусылар төрлө һөнәрҙәр менән танышасаҡ, Рәсәй һәм төбәктәрҙәге хеҙмәт баҙары менән танышасаҡ. Был курс йәш быуынға киләсәккә дөрөҫ һөнәр һайларға ярҙам итер. 

Фото: Яндекс.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: