+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
22 Сентябрь 2023, 10:10

"Киләсәккә билет"

25-26 сентябрҙә Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында "Киләсәккә билет" тип аталған фестивале үтәсәк. Балаларға төрлө заманса һөнәрҙәр менән танышыу өсөн ҙур мөмкинлек был.

"Киләсәккә билет"
"Киләсәккә билет"

Фестивалдә "Киләсәккә билет" проектының - https://bvbinfo.ru/ платформаһында теркәлгән, һөнәри йүнәлеш буйынса диагностика үткән, дәрес ҡараған VI-XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. 

Был ҙур сарала төрлө һөнәр эйәләре менән аралашырға, хеҙмәт баҙарындағы иң кәрәкле һөнәрҙәр тураһында белергә, үҙеңә тура килгән һөнәрҙе асыҡларға була.

"Киләсәккә билет" проекты Рәсәйҙең 85 төбәгендә ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. "Мәғариф" милли проектының "Һәр баланың уңышы" федераль проектына ҡарай.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: