-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
30 Ноябрь 2023, 15:32

Буласаҡ инженерҙар

Мәктәптә уҡығанда уҡ һөнәри йүнәлеш биреү – белем усаҡтарының көнүҙәк бурыстарының береһе. Бер нисә йыл районыбыҙҙың мәғариф идаралығы “Башҡорт баҡыры” һәм “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә. Улар ҡарамағындағы инженерҙар мәктәбе асылыуы – ҙур ҡыуаныс.

Буласаҡ инженерҙар
Буласаҡ инженерҙар

Тантанала Аҡъяр, Яңы Ергән, Һамар, Татырүҙәк, Бүребай мәктәптәренең VII – XI синыф уҡыусылары ҡатнашты. Балаларға зачёт кенәгәләре тапшырылды. Комбинат хеҙмәткәрҙәре шахтёр кейемен, уның ҡорамалдарын күрһәтте. Сараның икенсе өлөшө кабинеттарҙа үтте. Балалар инженерҙар мәктәбе уҡытыусылары менән бергә тренинг-уйында ҡатнашты.

Инженерҙар мәктәбендә уҡыусылар дөйөм программанан 3 фәнде өйрәнә, тәжрибәле педагогтар етәкселегендә проекттар әҙерләй. Маҡсат – математика, физика һәм химия буйынса белемде тәрәнәйтеү һәм балаларға һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү.

 Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Буласаҡ инженерҙар
Буласаҡ инженерҙар
Буласаҡ инженерҙар
Буласаҡ инженерҙар
Буласаҡ инженерҙар
Буласаҡ инженерҙар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: