Ул IX-XI синыф уҡыусылары һәм уларҙың атай-әсәйҙәре өсөн ойошторола. Киләсәккә һөнәрҙе бар ғаилә менән һайлайбыҙ.
Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу өсөн алдан теркәлергә кәрәк: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSdwdgTHEQwwu..
Нисек үҙеңдең һәләтеңде асырға, күңелеңә ятҡан һөнәрҙе һайларға, үҙең теләгән урынға уҡырға инер өсөн нимәләр эшләргә, белем алыуға һәм һайлаған һөнәрең буйынса үҫеүгә юлды нисек һалырға? Үҫмерҙәр ошо һәм башҡа һорауҙарына яуап аласаҡ. Атай-әсәйҙәр 2024 йылда ҡабул итеү ҡағиҙәләре, нисек балаңдың һәләтен асыҡлау, һөнәр һайларға ярҙам итеү кеүек темаларға оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.
"Маршрут төҙөлгән!" форумы 9 декабрҙә сәғәт 10-да аграр университетта башлана. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 34.
Фото: vk.com.