Ҡустым былтыр балалар баҡсаһына йөрөгән осорҙа тәрбиәсеһе Әлиә Ишмырҙа ҡыҙы геройҙың 100 йыллығына үткәрелгән дәрестән илһамланып, ул осҡан Ил-2 самолетының макетын эшләү хыялы менән дәртләнеп ҡайтҡан ине. Быйыл шул темаға проект әҙерләргә булды. Был эштә бөтә ғаилә менән ҡатнаштыҡ тип әйтергә була. Муса Гәрәев тураһында китаптарҙы әсәй менән уҡып сыҡтылар, ғаилә менән видеофильмдар ҡараныҡ. Осоусы һуғыштан һуңғы йылдарҙа республикабыҙ ДОСААФ-ы председателе булыуын белгәс, Хәйбулла районындағы ошондай уҡ ойошмаға барҙыҡ. Унда Муса Гәрәев менән бер йылдарҙа эшләгән Анатолий Николаевич Валявин менән осраштыҡ. Һуңынан атайыбыҙ ҡустыма Ил-2 самолетының макетын эшләргә ярҙам итте.
Муса Гәрәев – ябай ауыл малайы, бала саҡтан күк тураһында хыялланған. Ҡыйыу ир-уҙаман беҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Ә Илдийәр ҡустымдың артабан да үҙ ҡулы менән самолёт, вертолёт макеттары яһап коллекция йыйыу хыялы бар. Икенсе йыл авиаконструкторҙар түңәрәгенә лә яҙылырға ниәтләй. Муса Гәрәевтың хыялы тормошҡа ашҡан кеүек, һинең ниәтең дә бойомға ашһын, ҡустым.
Зөлхизә ИСҠУЖИНА, VII “А” синыфы уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 1-се мәктәп.