+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
12 Декабрь 2023, 19:32

Белемдәрен һынанылар

Нимә ул Конституция? Уның төҙөлөшө ниҙән ғибәрәт? Был төп документыбыҙға бөгөн – теүәл 30 йыл. Әлбиттә, илебеҙ тарихында тәүгеһе түгел ул, ә бишенсеһе. Беренсеһе 1918 йылда ҡабул ителгән булған. Конституцияны белеү һәр кемде яҡлаулы итә.

Белемдәрен һынанылар
Белемдәрен һынанылар

Өфөнөң Әғзәм Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһында байрамға арналған асыҡ дәрес үтте. XI “Г” синыфы юридик йүнәлешле икән. Бында киләсәктә юрист, адвокат, судья булып эшләргә теләүсе 14 бала белем ала. Тимәк, быйыл йәмғиәтте өйрәнеү фәненән имтихан тапшырасаҡтар. Унда Конституцияға ҡағылышлы һорауҙар ҙа бар.

Уҡытыусылары Лилиә Филғәт ҡыҙы Рахманғолова менән төп төшөнсәләргә туҡталып, һорауҙарға яуап биргәс, ун беренселәр тестҡа тотондо. Егерме һорауҙың ун етеһенә дөрөҫ итеп Кирилл Шулин, Радмила Худякова һәм Сабина Әхмәтова яуап бирҙе. Данила Матвеенко уларҙан саҡ ҡына ҡалышты.

– 15 балл йыйҙым. Һорауҙар ныҡ ауыр тип әйтмәҫ инем. Белмәгәнеңде хәтергә төшөрөргә кенә кәрәк, – ти егет.

Белем усағы директоры Айгөл Фәнил ҡыҙы Ғәниева һүҙҙәренсә, уҡыусылар был эшкә етди ҡарай. Белмәгән һорауҙарына яуаптарҙы һуңынан үҙҙәре эҙләй. Башҡа синыфтар ҙа был көндө Рәсәй Конституцияһына ҡағылышлы әңгәмәләр, уйындар үткәрә, видеолар төшөрә. Ысынлап та, икенсе ҡатта ла дәрес бара ине. Директорҙың тәрбиә һәм балалар йәмәғәт берләшмәләре менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе Эльвира Илдар ҡыҙы Мөхәмәтшина өсөнсө һәм дүртенселәргә илебеҙҙең төп документы хаҡында һөйләне. Һәр кем хоҡуҡтарын һәм бурыстарын белергә тейеш, тине ул. Балалар ҙа быны иҫбатлап, һорауҙарға яуап биреп кенә торҙо. Уҡыусыларҙың бәләкәйҙән ҡанундар менән ҡыҙыҡһыныуы насар түгел!

Белемдәрен һынанылар
Белемдәрен һынанылар
Белемдәрен һынанылар
Белемдәрен һынанылар
Белемдәрен һынанылар
Белемдәрен һынанылар
Белемдәрен һынанылар
Белемдәрен һынанылар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: