-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәр һайлағанда
24 Ғинуар , 10:18

Финанс белемеңде арттырырға теләйһеңме?

Бөгөн финанс грамоталылыҡ буйынса Рәсәй банкының онлайн-дәрестәр серияһы башлана. Ул 19 апрелгә тиклем дауам итә. Дәрестәрҙә өлкән синыф уҡыусылары, колледж һәм техникумдарҙа белем алыусылар бушлай ҡатнаша ала.

Финанс белемеңде арттырырға теләйһеңме?
Финанс белемеңде арттырырға теләйһеңме?

Банк һәм финанс ойошмалары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм эксперттар балаларға шәхси финанс план төҙөргә, банк инструменттарын дөрөҫ ҡулланырға, кибермутлашыусыларҙы танырға өйрәтәсәк. Уҡыусылар аҡса тарихы, банк эше хаҡында һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәт аласаҡ. Сессия тамамланғас, тыңлаусыларға сертификаттар биреү ҡаралған.

Дәрестәр теҙмәһе, тоташыу ҡағиҙәләре – проект сайтында: https://dni-fg.ru.

Бындай дәрестәр банк тарафынан 2015 йылдан алып үткәрелә. Башҡортостан проектта һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. 2023 йылдың яҙғы һәм көҙгө сессияларында республиканан 250 меңдән ашыу ғариза теркәлгән. Был күрһәткес буйынса илдә дүртенсе урында торабыҙ.

Финанс белемеңде арттырырға теләйһеңме?
Финанс белемеңде арттырырға теләйһеңме?
Финанс белемеңде арттырырға теләйһеңме?
Финанс белемеңде арттырырға теләйһеңме?
Финанс белемеңде арттырырға теләйһеңме?
Финанс белемеңде арттырырға теләйһеңме?
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: