+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән белеү мөһим

250-ләп йәш “инспектор” баш ҡалаға форумға йыйылды. Сара балалар өсөн быйыл икенсе мәртәбә үткәрелде.

Ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән белеү мөһим
Ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән белеү мөһим

Тантаналы өлөш тамамланғас, уҡыусылар төрлө майҙансыҡтарға таралышты. Улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән танышып ҡына ҡалманы, башҡа темаларға ла фекер алышты, сығыштар тыңланы. Ә фойела иһә ижади күргәҙмәләр эшләне.

Дим районының 132-се мәктәбенән 25 бала килгәйне форумға. Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Людмила Викторовна Руденко белем усағының “Рәсәй тимер юлдары” ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе хаҡында һөйләне. Өсөнсө йыл инде унан уҡытыусы килеп балаларҙы уҡыта икән. Оксана Анатольевна Желтобородованың дәрестәрен уҡыусылар көтөп ала, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашалар. Тимер юлында эшләргә теләүселәр ҙә күп – ошо йүнәлеш буйынса уҡырға инәләр.

Ә Шамонин мәктәбе уҡытыусылары Аида Самат ҡыҙы Муллағолова менән Наталья Викторовна Ғәлиева “Рулгә ултыр” проекты менән таныштырҙы. “Взлетай” программаһы ярҙамында был мәктәптә балалар унынсы синыфтан уҡ водитель танытмаһына уҡый башлай. Ноутбукка тоташтырылған махсус руль практика үтергә булышлыҡ итә. Мәктәпте тамамлауға “права”ң да була. Шәп!

“Хәүефһеҙлек мәктәбе” иһә тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәтте. Уның хеҙмәткәрҙәре Дарья Сергеевна Добравольская менән Оксана Валерьевна Батталова белдереүенсә, ойошмаға экскурсия менән күп киләләр, үҙҙәре лә мәктәптәр буйлап йыш сығалар. Ниндәй генә хәлгә осрамаҫһың – һәр кемгә беренсе ярҙам күрһәтә белеү мөһим.

Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов:

– Бөгөнгө сара балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү һәм үтәү кеүек мөһим процесҡа йүнәлтелде. Бар нәмә бала саҡтан башлана, тәрбиә нигеҙҙәре һалына. Кескәйҙән үк юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтһәк, яҡшы һөҙөмтә буласаҡ, – тине. Йәш ҡатнашыусыларға форум файҙалы булғандыр, тип ышанабыҙ.

Ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән белеү мөһим
Ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән белеү мөһим
Ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән белеү мөһим
Ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән белеү мөһим
Ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән белеү мөһим
Ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән белеү мөһим
Ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән белеү мөһим
Ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән белеү мөһим
Ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән белеү мөһим
Ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән белеү мөһим
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: