Гөлбәҙиән Биктаир ҡыҙы – яҡтылыҡҡа өндәүсе уҡытыусы. Ул – минең апайымдың тәүге остазы, беренсе уҡытыусыһы. Шаран районының Иҫке Төмбәгеш ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһе балаларын бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөргә, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмаҫҡа өйрәтеп үҫтерә. Гөлбәҙиән дә эшһөйәр, тырыш, ярҙамсы булып үҫеп етә. Мәктәптә уҡығанда уҡ уҡытыусы һөнәрен һайлаған ҡыҙ аттестат алғас та Благовещен педучилищеһына уҡырға инә. Студент йылдарында Гөлбәҙиән бик тырышып уҡый, төрлө конкурстарҙа гел еңә. Сөнки уның уҡытыусы булыу хыялы бик көслө була. Гөлбәҙиән училище менән генә ҡәнәғәт ҡалмай, Стәрлетамаҡ пединститутына уҡырға инә. Шул мәлдә ул башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эш башлай. Йәш педагогты мәктәп коллективы, уҡыусылар, ата-әсәләр яратып өлгөрә. Ул бөтә көсөн биреп эшләй. Институтты тамамлағас, Серафимовкала 3-сө мәктәптә эшләй башлай. Апайымдың һөйләүе буйынса, Гөлбәҙиән Минкаева үҙенең уҡыусыларын тырыш, көслө рухлы булырға, ҡуйған маҡсаттарға ирешергә, ауыр ваҡыттарҙа юғалып ҡалмаҫҡа, гел алға барырға, бер ҡасан да тура юлдан тайпылмаҫҡа һәм Тыуған илебеҙҙе яратырға өйрәтеп үҫтерә.
Әлеге көндә Гөлбәҙиән Биктаир ҡыҙы хаҡлы ялда. Ул ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп гөр килеп йәшәй. Минең туған мәктәбемдә ошондай бөйөк, яҡтылыҡҡа өндәүсе уҡытыусы булыуы менән ғорурланам!
Тамерлан ЗАРИПОВ, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.