Был көндө 1-се мәктәптең VIII “Г” синыфы уҡыусылары көтөп алды. 61-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часына экскурсияны синыф етәксеһе Гөлдәр Рәсих ҡыҙы Насирова ойошторҙо. Уларҙы ҡапҡа төбөнән үк бүлек етәксеһе Әнисәр Сәйәх улы Ямалов үҙе ҡаршы алды.
Ҡарауыл етәксеһе Исрафил Ильяс улы Мөхәмәтдинов үҙҙәренең һөнәре тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Ул балаларҙы янғын һүндереү машиналары, төрлө ҡоролмалар менән дә таныштырҙы. Был һөнәргә ҡайҙа уҡырға була икәнен дә белделәр.
Уҡыусылар ҙур заманса янғын һүндереү машинаһын күрҙе һәм уға ултырып та ҡараны.
Даян Марат улы Усманов ағайҙары үҙҙәренең көндәлек эш мәлен аңлатты. Уларға янғын һүндергәндә кейә торған махсус кейемдәрҙе лә күрһәтте.
Ауыр ғына икән дә үҙҙәре! Һәр береһе шул кейемдәрҙе кейеп, күнекмә лә яһап ҡараны. Был һынауҙарҙы үтеү еңел булманы. Ә янғын һүндереүселәр - 27 секунд, ҡайһы берҙәре хатта 20 секунд эсендә ошо кейемдәрҙе кейеп өлгөрөргә тейеш.Кеше ғүмере, мөлкәтте һаҡлап ҡалыу өсөн әҙер тора улар.
Балалар өсөн берҙәм диспетчер хеҙмәте бинаһында булыу ҙа ҡыҙыҡлы ине. Диспетчер апайҙары Татьяна Ҡунафина:“Буштан-буш, шаярып шылтыратмағыҙ.Был беҙгә эшебеҙҙә ҡамасаулай”,- тип тә иҫкәртте. Улар халыҡ менән даими аралашып, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен еткереп,аңлатып тора икән.
Янғын бик ҡурҡыныс. Был хаҡта һәр беребеҙ белергә тейеш. Электр ҡоромалдары менән файҙаланғанда, мейес яҡҡанда, фейерверктар осорғанда иғтибарлы, һаҡ булырға кәрәк.
Уҡыусылар экскурсиянан ҡәнәғәт ҡалды. Был һөнәрҙең ауыр ҙа, яуаплы ла икәнлеген аңланылар. Киләсәктә кемдер синыфтарында янғын һүндереүсе лә булып китер. Күпте белеп ҡайттылар.
Римма БАЙМЫРҘИНА.
Әбйәлил районы,Асҡар ауылы.