Был сара 2015 йылдан "Рәсәйҙә эшлә!" федераль программаһы буйынса үткәрелә.
Башҡортостан акцияға 2017 йылдан ҡушылды. Ошоға тиклем унда 160 мең уҡыусы һәм 500 эш биреүсе ойошма ҡатнашҡан.
Көҙгө этапта республикала предприятиеларға 230 экскурсия планлаштырылған. Һөнәри белем биреү ойошмалары педагогтары менән осрашыуҙар, "мәктәп - вуз - предприятие" форматында ата-әсәләр өсөн йыйылыштар ҙа үтәсәк.
"Турникетһыҙ аҙна" акцияһының маҡсаты - йәш быуынға киләсәккә һөнәр һайларға ярҙам итеү.
Фото: yandex.ru.