Шуныһы ҡыуаныслы: телевидениела балалар контенты йылдан-йыл байый. Райондың белем биреү ойошмаларында медиаүҙәктәр уңышлы эшләй, уларҙың составында мәктәп телевидениеһы ла бар. Шуларҙың береһе – Яңы Ергән мәктәбенең "Ҡараш" телевидениеһы. Унда "Йәш журналистар медиаүҙәге-студияһы" берекмәһе уҡыусылары шөғөлләнә.
Бөгөн балалар Аҡъяр студияһына экскурсияға барҙы. Улар коллектив менән яҡындан таныша, студия тарихы тураһында мәғлүмәттәр ала, телевидение программаларының нисек барлыҡҡа килеүен үҙ күҙҙәре менән күрә һәм хатта үҙҙәрен алып барыусы ролендә һынап ҡарай алды. Хәбәрсе Нурия Байғужина эш урынын күрһәтте, ә видеоинженер Илнур Ҡырымғужин монтаж программалары тураһында һөйләне. Улар йәш хәбәрселәргә кәңәштәрен дә бирҙе.
Ҡыҙҙар үҙҙәре өсөн күп файҙалы мәғлүмәт алды. Белемдәрен практикала ҡулланырға вәғәҙә иттеләр.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.