+29 °С
Болотло
VKOKTelegram
Һөнәр һайлағанда
24 Июль 2025, 10:56

Профессионалитет тураһында ҡанун

Президент Владимир Путин белем биреүҙең яңы формаһы - профессоналитет тураһында ҡанунға ҡул ҡуйҙы. 

Профессионалитет тураһында ҡанунПрофессионалитет тураһында ҡанун
Профессионалитет тураһында ҡанун

Рәсәйҙә 2022 йылда "Профессионалитет" федераль программаһы эшләй башлағайны. Башҡортостан да уға ҡушылды. Белем биреү кластерҙары булдырылды. Уларҙың һаны тағы ла артасаҡ. 

Был проект эш биреүселәрҙең һорауы буйынса кадрҙарҙы маҡсатлы рәүештә әҙерләргә мөмкинлек бирә. 

Ҡанун 2026 йылдың 1 сентябренән үҙ көсөнә инәсәк. 

Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа колледждарға уҡырға инеүселәр арта. Республикала 52 меңдән ашыу ғариза тапшырылған да инде. Эш биреүсе ойошмалар менән студенттар араһында ныҡлы бәйләнеш булдырылғас, йәштәргә диплом алғас, эшкә урынлашыуы еңел буласаҡ. 

Фото: dzeninfra.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас