Өфө тармаҡ технологиялары колледжының 80 йылдан ашыу тарихы бар. Республикабыҙҙың ғына түгел, бар илебеҙҙең башлыса аҙыҡ-түлек менән бәйле төрлө ойошмаларына кадрҙар әҙерләй ул. 1931 йылда асылған уҡыу йорто йыл һайын 300-ҙән ашыу белгесте оло тормош юлына оҙата. Буласаҡ иҡтисадсылар, слесарь-электриктар, ашнаҡсылар, ит, һөт, икмәк технологтары, тауар, архив, туризм буйынса белгестәр белем ала бында.
Әле ҡабул итеү имтихандары башланды ла инде: абитуриенттар өсөн колледж 20 июнь ишектәрен асты. Уҡырға аттестаттың урта балы буйынса ҡабул ителә улар.
Колледж уҡытыусыһы Алина Әлибаеванан бында белем алыуҙың ҡайһы бер нескәлектәре хаҡында белештек.
– Студенттар, һайлаған һөнәренә ҡарап, 10 айҙан алып 3 йыл да 10 айға тиклем уҡый, – ти Алина Алик ҡыҙы. – Колледжыбыҙ былтырҙан башлап «Профессионалитет» проектында ҡатнаша. Был йәштәргә һөнәр һайлауҙа, карьера төҙөүҙә ярҙам итә. Әйткәндәй, шәп яңылыҡ: уҡып йөрөп яҡшы стипендия алырға һәм буласаҡ эш урыны хаҡында ҡайғырмаҫҡа ла була. Беҙҙең партнёр, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, был турала уйлаған да инде – студенттар уҡып бөтөү менән ошо заводҡа урынлаша ала. Тағы ла эш биреүселәребеҙ булып «Восход» икмәк бешереү ойошмаһы, «Leader Group», «КЕСКО-ӨФӨ» компанияһы, «Хилтон Гарден» ҡунаҡханаһы һәм башҡалар тора.
Күптән түгел Өфө тармаҡ технологиялары колледжы ҙур күләмдә грант отҡан икән. Ул аҡса ятаҡҡа ремонт эшләү өсөн тотоноласаҡ. Ситтән килгән студенттарға уңайлы ятаҡтан урын бирелә.
Бында белем алыусы студенттар уҡыуҙан тыш төрлө сараларҙа ҡатнашырға өлгөрә. Үҙҙәренең уҡыу йортонда ла, ситтә лә һынатмай улар. Яңыраҡ күмәкләп махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам йыйып та оҙатҡандар. Студенттарҙың үҙҙәрен тыңлайыҡ әле.
Линара Йосопова:
– Ашнаҡсы-кондитер булырға хыялланам, шуға баш ҡалаға ошо колледжға төбәп килдем. Уҡыуҙан һуң төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнәм, конкурстарҙа ҡатнашам. Уҡытыусылар иһә – үҙ эштәренең оҫтаһы, һәр саҡ ярҙам итергә әҙерҙәр.
Анжелика Шафиҡова:
– Мин монтаж һәм техник хеҙмәтләндереү белгесендә уҡып йөрөйөм. Колледж минең күңелемә бик яҡын, күп яңы дуҫтар таптым.
Карина һәм Ирина Нәсибуллиналар:
– Бында төрлө яҡтан үҫешеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Уҡыу йортон тамамлағас, документтар менән эш итеүсе белгестәр буласаҡбыҙ.
Ошо ҡайнап торған шаулы тормош эсендә ҡайнап йәшәгегеҙ киләме, дуҫтар? Колледждың «Бәйләнештә» төркөмөндә һәм сайтында бирелгән мәғлүмәт менән танышығыҙ, бәлки, буласаҡ студенттары араһында һеҙ ҙә барҙыр! Ғаризалар электрон рәүештә лә ҡабул ителә. Бюджет урындарынан тыш, түләүле уҡыу ҙа ҡаралған.
Фотолар колледж сайтынан алынды.